Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
7 Август 2025, 03:05

Йәйге иртә

Күкһел генә томан ятаТау битендә.Тыныс ҡына йылҡы утлайИтәгендә.

Йәйге иртәЙәйге иртә
Йәйге иртә

Күкһел генә томан ята
Тау битендә.
Тыныс ҡына йылҡы утлай
Итәгендә.
Йылы ямғыр йыуып үткән
Ерҙең өҫтөн.
Шипкерт ел юҡ; шул тиклем дә
Матур бер көн!
Үләндәрҙә әллә ысыҡ,
Әллә ямғыр...
Ҡайһылай ҙа хозур иртә,
Рәхмәт яуғыр!
Үрмәкестәр пәрәүезен
Елпелдәтеп
Сайып элгән, унда- бында
Емелдәтеп.
Һоҡ етмәҫлек, күреп туймаҫ
Матур иртә...
Ҡайтһын тимен именлектәр
Илебеҙгә.

Гөлзифа Исрафилова.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас