Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуған-үҫкән ил яҡшы.
Алыҫтағы дошмандан аңдып йөрөгән дуҫ яман.
Алыш-биреш – артҡа тибеш.
Аптыраған ҡатын абышҡаһын атай тигән.
Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була.
Арғы яҡта алабай, бирге яҡта ялағай.
Арҡандың оҙоно, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.
Арыш сәсһәң – көлгә сәс, бойҙай сәсһәң – боҙға сәс.
Ас кешенән хас кеше яман.
Астың күҙе икмәктә, туҡтың күҙе хикмәттә.
Ас хәлен туҡ белмәй.
Асыҡ та тишек, тәҙрә лә ишек.
Асыу башы – йүләрлек, аҙағы – үкенеп үләрлек.
Аҫтындағын алты ай эҙләгән.
Аҫтыртын эт өрмәй тешләй.
Аҫыл һөйәк ҙур булмаҫ, ҡайҙа барһа – хур булмаҫ.
Атай булмай, атайың ҡәҙерен белмәҫһең.
Ат алһаң, арба кәрәк: ҡатын алһаң, барыһы ла кәрәк.
"Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре" китабынан.