Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
17 Август 2025, 01:05

Ашығабыҙ... Мәңге йәшәр кеүек

Ашығабыҙ... Мәңге йәшәр кеүек,Ҡабаланып, донъя ҡыуабыҙ.Бер кемдә лә беҙҙең эшебеҙ юҡ,Киң юлдағы машиналар кеүек,Кешеләрҙе урап уҙабыҙ...

Ашығабыҙ... Мәңге йәшәр кеүекАшығабыҙ... Мәңге йәшәр кеүек
Ашығабыҙ... Мәңге йәшәр кеүек

Ашығабыҙ... Мәңге йәшәр кеүек,
Ҡабаланып, донъя ҡыуабыҙ.
Бер кемдә лә беҙҙең эшебеҙ юҡ,
Киң юлдағы машиналар кеүек,
Кешеләрҙе урап уҙабыҙ...

Ашығабыҙ... Бала ғына саҡта
Оло булыу - бөтөн уйыбыҙ.
Ҡалыр инек әле оҙон-оҙаҡ
Баласаҡта, әгәр белгән булһаҡ,
Тиҙ уҙарын ғүмер юлыбыҙ...

Ашығабыҙ... Дуҫтар, туғандарҙың
Хәлен белер ваҡыт тапмайбыҙ.
Йәнебеҙҙә ҡатлы-ҡатлы яра,
Нахаҡ, нәфрәт һәр саҡ йәнәш бара,
Ғәфү итмәй, асыу һаҡлайбыҙ.

Ашығабыҙ... Ауырлыҡтар тыуһа,
Яҙмыштарҙы һаман һүгәбеҙ.
Тормошто бит үҙгәртергә була,
Боролоштар бик күп оло юлда,
Ә беҙ, йүләр һымаҡ, түҙәбеҙ.

Ашығабыҙ... Тәүбә итәр көндө,
Кисектереп, һаман һуҙабыҙ.
Бына хәҙер йәшәйем тигәс кенә,
Беҙҙең янға Әжәл үҙе килә,
Һуңғы сикте бергә уҙабыҙ...

Ашығабыҙ...

Юныс Миңнемөхәмәтов.

Сығанаҡ: "Ватандаш журналы" төркөмө.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас