Ярай, малай, ир булғанмын,
Иртәнсәк сәй ҡуймайым.
Аш бешереп, керен йыуып,
Таңдан һыйыр һаумайым.
Туғыҙ ай ҡорһаҡлы йөрөп,
Бала табаһы ла юҡ.
Төн йоҡламай, көйләп-мөйләп,
Уны ҡарайһы ла юҡ.
Иламаһа - яратабыҙ,
Ҡай саҡ алып һөйәбеҙ.
Бала тыуһа, бер аҙналап
Еңеү "йыуа" беләбеҙ.
Борсолмайбыҙ сәс төҫөнә,
Остары ярылғанға.
Тырнағым да һынып төшмәй,
Ҡатыраҡ ҡағылғанға.
Юҡ күҙҙәрҙе ҡарайтаһы,
Юҡ иренде буяйһы.
Ҡашты йолҡоп, урынына
Икенсене ҡуяһы.
Прическа яһарға түгел
Лаклап, һыйпап, ҡатырып.
Бейек үксә кейәһе юҡ,
Аяҡты ауырттырып.
Эсем бошмай күлдәк юҡ тип,
Өр-яңыһы булмаһа.
("Кейергә юҡ" минең өсөн —
Иҫкеһе йыуылмаһа).
Ҡунаҡ килһә, ҡайғырмайым,
Ҡамырым уңмаҫ тиеп,
Холодисым туңмаҫ тиеп,
Аш тәмле булмаҫ тиеп.
Улар менән мин дә бергә
Ҡунаҡ булып ултырам.
Тик бер эшем - рюмкаларға
Шыйыҡсаны тултырам.
Ярай, малай, ир булғанмын,
Ултырам ашап-эсеп.
(Ике рюмка араҡынан
Иҫереп була нисек?).
Ҡайғырмайым һимерәм тип,
Фигур боҙола тиеп.
Ҡорһаҡ ҙурайһа маһаям,
"Трудовой мозоль" тиеп.
*****
Ҡатын эштән ҡайтыуына
Диванға барып ауам.
Ярай ҡатын-ҡыҙ түгелмен,
Әл дә һаҡлаған аллам.