Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
25 Август 2025, 09:00

Йәйҙәр ҙә үтеп бара

Йәйҙәр үтеп бара, һоҡланырға,Нисек кенә ваҡыт табаһы?!?

Һиҙәһегеҙме, йәйҙәр үтеп бара...
Көндәре лә арыу ҡыҫҡарҙы.
Төндәрен дә инде һалҡынайтты-
Алып керҙем йылы юрғанды...
Инде ҡоштар һайрап уятмайҙар,
Балаларын улар осора.
Уҙ эшенә бигерәк тоғро булып,
Әтәс кенә таңда ҡысҡыра.
Күрҙек микән йәйҙең матурлығын?
Һоҡландыҡмы алһыу таңына?
Баҫтыҡ микән иртүк ялан аяҡ
Шифалы ла ысыҡҡа аҙ ғына?
Күҙҙе иркәләгән сәскәләрҙе
Ваҡыт таптыҡ микән еҫкәргә?
Әллә инде бөтмәҫ донья эше
Өйөлдөме беҙҙең иңдәргә?
Тегеһен эшләйем, быныһын булдырам тип,
Эй сабалыр әҙәм балаһы...
Нәфселәрҙең сиге юҡ икәнен
Күптән инде кәрәк аңлайһы ...
Йәйҙәр үтеп бара, һоҡланырға,
Нисек кенэ вакыт табаһы?!?

(Авторы билдәһеҙ)

Йәйҙәр ҙә үтеп бара
Йәйҙәр ҙә үтеп бара
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас