Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
5 Сентябрь 2025, 07:00

Бәхет, бәлки,ошолор...

Йәшәй-йәшәй парлылар бер бөтөнгә әйләнә икән. Был психологтар фекере генә түгел - ысынбарлыҡ. Иртән күҙегеҙҙе асҡанда янығыҙҙа йән һөйгәнегеҙ булыуын тойоп уяныу бәхет түгелме?! Йома теләгән теләктәрегеҙ ҡабул булһын ! Парлы, тигеҙ ғүмер теләйбеҙ, уҡыусыларыбыҙ! Гөлиә Мөкминованың шиғыры һеҙгә йома бүләге булһын!

Иртән торғас парлап сәй эсәргә,
Йән киҫәгем, миңә һин кәрәк.
Яңғыҙ эскән сәйҙең тәме лә юҡ,
Ундай сағым булды бик һирәк.

Эшем төшһә, кәңәш һорашырға,
Тағы ла бит миңә һин кәрәк.
Ете яттың кәңәше лә кәкере,
Бәғеркәйем, миңә һин терәк.

Мышнап ятмайынса яндарымда,
Татлы йоҡоларға талмайым.
"Яратам!"тип оран һалмаһам да,
Мөхәббәтем һин бит, аңлайым.
Һинһеҙ,йәрем, йәшәй алмайым!
Гөлиә Мөкминова

Бәхет, бәлки,ошолор...
Бәхет, бәлки,ошолор...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас