Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
8 Сентябрь 2025, 16:00

Сәйер донъя

Шулай ҙа була...

Мөжәүир олатай эсеп килгәндәрҙе ҡарамаған. Быны ишетеп ҡалған Ғүмероҙаҡ тигән ир килгәндә араҡыһын бер ағастың төбөнә йәшереп ҡалдырған. Олатай уны ҡараған да аҙаҡ шаяртыбыраҡ әйткән: "Ҡайтышлай теге ағас төбөндәге нәмәңде алырға онотма!"- тигән. Ғүмероҙаҡ, ҡайҙан белде икән, тип оялып сығып киткән. Туҡтап ағас төбөндәге теге шешәне алырға тип барһа, шешәгә саға торған ҡара йылан уралған да башын сәкәйтеп, күҙен бәзрәйтеп Ғүмероҙаҡҡа ҡарап тора ти.. Ҡото осҡан ир тиҙерәк был ерҙән ҡаса һалған. Ҡайтҡас кешеләргә:"Олатай миңә араҡыны эсмәҫкә ҡушты. Араҡы - ул ҡара йылан, тине. Бынан ары араҡыны ла , эскән кешене лә өйөмә яҡын килтермәйем, тигән!

Сәйер донъя
Сәйер донъя
Автор:
Читайте нас