Таң нурҙарын алып ҡосағыма,
Иңдәреңә һинең һалырмын,
Бәхетле бул балам, тиеп кенә,
Йөрәгемдән йырҙар яҙырмын!!!
Бәхетле бул, балаҡайым минең,
Бәхет - шатлыктарҙа йөҙөгөҙ.
Иҫәнлектәр һаулык теләп һеҙгә,
Юлдарыңа теләп ҡалырмын!!
Ғүмер берәү, аңлап йәшә балам,
Бәхет нурҙарына ҡойоноп.
Тырышҡанға тура юл күрһәтер,
Һары таңдар, ғашиҡ тамсылыр.
Таң алдынан тороп бәхет һора,
Юғалмаһын ерҙә бәхетең,
Ышанмасы ялған һүҙҙәренә,
Ғүмеркәйең зая уҙмаһын!!!