

Көҙ –
Һутлы баллы алмаларын
Бәлешкә тип өҙ!
Янып торған баландарын
Муйсаҡ итеп теҙ!
Көҙ –
Күҙ яуын алыр мөғжизә
Баҙрап торған ҡуҙ!
Сағыу япраҡ йәйғорҙарын
Балаҫ итеп һуҙ!
Көҙ –
Асмандарға һөйөп баҡҡан
Асыҡ яҡты йөҙ!
Һарысайҙа хатта ай ҙа
Һары ғына, еҙ!
Көҙ –
Һарыларға һабыштырыр
Һағышына түҙ!
Алтын ғына донъяларҙан
Алтын бәхет һөҙ!
Көҙ –
Зәңгәр ҡулсатыр аҫтында
Егет менән ҡыҙ!
Саф хистәрен асмандарға
Бәхет итеп һыҙ!
Көҙ–
Ҡупшы елән-ҡашмауҙары
Шундай яҡын, үҙ!
Төклө аяҡтарың менән,
Әйҙә, түрҙән уҙ!
( Айзилә Мортаева)