Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
24 Сентябрь 2025, 06:00

Һынау

Мин кешеләрҙе һынаным,

ҺынауҺынау
Һынау

Тик әлегә һынманым...
...Яйлап ҡына төшөнәмен
Асылына донъяның.

Яҡындарымды һынаным,
Һынаттылар дуҫтарым.
Һиҙҙермәйсә атты улар
Йөрәгемә уҡтарын.

Һынатҡан саҡтары булды,
Йәндәй күргән йәремдең.
Өҙөлдө бер ҡылы шул саҡ
Мең ярсыҡлы йәнемдең...

Ышанғаным, инанғаным
Алдымда көлөп торҙо.
Артымда ҡара уйынын,
Мәкерен ҡороп торҙо...

...Һынсыл ғына донъяларҙа
Йөрәккә бик ҡуйманым.
Һынатһаң да, донъя, һине
Һис яратып туйманым!

Айзилә Мортаева.

Автор:
Читайте нас