Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Сентябрь 2025, 14:00

Төштәремдә генә әсәй ҡайтҡан икән...

Мәңгелек донъяға күскән ҡәҙерле кешеләрегеҙ тураһында онотмай, хәйер биреп тороғоҙ! Көҙгө япраҡ өҙөлөп төшкәндә күңелде аңлатып булмаҫлыҡ бер болоҡһоу уй баҫа. Инәйемдең яратҡан миҙгеле ине ул алтын көҙ, япраҡ йыйып вазаға ҡуя, ҡырауҙан ҡурсып көршәктә үҫкән гөлдәрен кис һайын өйгә индерә, баҡсалағыларын көрмәп ябып бөтөр ине. Фәнүзә Хәлитованың шиғырын уҡып алығыҙ!

Төштәремдә генә әсәй ҡайтҡан икән...
Төштәремдә генә әсәй ҡайтҡан икән...

Йомшаҡ ҡулдар сәстәремдән һыйпап
Ҡымтып ябып ҡуйҙы юрғанды
Баш осомда шымып ултыра ул
Көткән төҫлө мин уянғанды.
Ҡайтарҙым да юрғанымдың осон
Тыныс ҡына уны күҙләйем.
Китеүенән ҡурҡып өндәшмәйем
Йылы ҡараштарын эҙләйем.
Ҡысҡыраһым килә "Көнләшегеҙ, дуҫтар,
Мине әсәкәйем ярата..."
Тауышҡынам сыҡмай, йәштәремә быуылам,
Ә әсәйем мине йыуата:
"Түҙ һин, балам, түҙ, балағынам
Тормош ауыр шикһеҙ килешәм..."
"Туҡта,ал таң, зинһар,атмай торсо
Мин бит әсәм менән һөйләшәм..."
Тағы был төш... Ниңә өнөм түгел
Өндәремдә һине юҡһынам,
Төштә булһа ла күрәйем тип
Ҡара, ғәмһеҙ төнгә ашҡынам.
Мохтажмын мин һинең кәңәштәргә
Тойғом килә ҡулдарың наҙын
Күҙҙәреңә бағып серҙәр һөйләр инем
Әйтһәң әсәй: "Мин ҡайттым, ҡыҙым! "
(Фәнүзә Хәлитова)

Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас