

Ипотекаға фатир алғандан бирле ике смена эшләгән Рәзилә дәрескә әҙер түгел уҡыусы һымаҡ, бөрөшөп ҡалды. Мәктәптә уҡытыусы ул, иртәнән кискә тиклем шунан ҡайтып инмәй. Үҙе түләп торһа ла, бында хужабикә түгел, 60 йәше лә тулмаған ҡәйнәһе менән йәшәй. Ауылда йорто булһа ла, тотто ла ҡалаға күсеп килде иренең әсәһе. Рәзиләнән дә һорап тормай, донъяһын һатып ике бүлмәле фатиҙың берәүһен биләп, йәшәп алды ла китте. Шым ғына, тыныс ҡына булһа, йәне лә көймәҫ ине килененең. Уҡытыусының эше бөтәме - таңға тиклем дәрескә әҙерләнгән саҡтары ла була, класындағы балалар менән ял көндәрендә музей, сараларға ла барырға кәрәк. Нимә эшләһә лә яратмай килен кешене, суҡыпмы суҡый.
Ситтә эшләгән Рәдифе лә йомшаҡ - кәләшенең зарын ишетһә лә, бер ни ҡыла алмай. Асыуына тейгәне -эшләгән аҡсаһын һаман да әсәһенә бирә. “Минең балам икәү генә. Улымдың йәшәр мөйөшө бар. Дилә ҡыҙыма фатир өсөн аҡса йыям” тигән һүҙҙәрен ишетеп ултыра төштө.
Йыуыныу бүлмәһенә инеп илап алды ла, бөтә ҡыйыулығын йыйып, залдағы дивандың яртыһын биләп ултырған ҡәйнәһенә тура ҡарап, һүҙ башланы.
Ошо һөйләшеүҙән һуң, ҡәйнәһе, ысынлап та, фатир һатып алды. Әммә улын да үҙенең артынан эйәртеп алып китте. Әсәһенең һүҙенән сыҡмаған ир ишараты, бөгөн дә шунда йәшәй.
Бына шулай икән яҙмыш тигәндәре. Мин ҡайҙа яңылыштым? Кәңәш көтәм.