Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
7 Октябрь 2025, 11:25

Супер тулы ай. Изге теләктә булайыҡ!

6,7,8 октябрь күккә ҡарап изге теләк юллайыҡ!

Супер тулы ай. Изге теләктә булайыҡ!Супер тулы ай. Изге теләктә булайыҡ!
Супер тулы ай. Изге теләктә булайыҡ!

Күктәге түңәрәк тулы  айға иғтибар иттегеҙме, дуҫтар? Йылдың беренсе супер айына һоҡланып ҡалығыҙ! Бөгөн ул Ерҙән алыҫ түгел, шунлыҡтан  "Супер тулы Ай" тип атала һәм ошондай тулы мәле 6,7,8 октябрҙә дауам итә. Бындай күренеш тағы 5 ноябрҙә һәм 5 декабрҙә ҡабатланасаҡ. Астрологтар бөгөнгө супер Айҙы энергияға бай көн тип һанай. Гороскоп буйынса, юғары энергияны ижадҡа, йәки физик активлыҡҡа йүнәлтергә кәңәш ителә.

Тулы Ай муллыҡты йәлеп итеү өсөн дә яҡшы.

Бының өсөн төнгөлөккә бер нисә ҡағыҙ аҡса һалынған янсыҡты ай яҡтыһы төшкән тәҙрә төбөнә һалырға кәрәк. Ай тулы булғанда  асыуланышырға һәм мөнәсәбәтте асыҡларға, кемделер үпкәләтергә, бурысҡа аҡса алырға, кредитты рәсмиләштерергә, артыҡ күп ашарға, иҫерткес эсемлек ҡулланырға, шулай уҡ уға оҙаҡ һоҡланырға, сәс киҫтерергә, кешенән үс алырға ярамай.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас