Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
16 Октябрь 2025, 02:05

ҠАТЫН ӘҘӘБЕ

Ирегеҙҙең ҡушҡандарын теүәл үтәгеҙ.

ҠАТЫН ӘҘӘБЕҠАТЫН ӘҘӘБЕ
ҠАТЫН ӘҘӘБЕ

* Ирегеҙҙең ҡушҡандарын теүәл үтәгеҙ. Тыйған нәмәлә­ре­нән йыраҡ тороғоҙ, һытыҡ йөҙ менән ҡарышмағыҙ. Өндәшмәй үпкәләп йөрөмәгеҙ. Юҡ-бар нәмә өсөн ыңғырашмағыҙ, ҡаршы һүҙ ҡайтармағыҙ. Ир хәтерен ҡалды­рырлыҡ эш башҡармағыҙ.

* Оялсан, әҙәпле, намыҫлы бу­лығыҙ. Ирегеҙҙең һеҙгә ҡара­та хөрмәтенә кәмселек килтер­мәгеҙ. Серҙәрен фашламағыҙ. Малын исраф итмәгеҙ.

* Ирегеҙҙең ата-әсәһенә ҡа­рата итәғәтле булығыҙ. Башҡа яҡындарын ҡарындаш тип иҫәп­ләгеҙ. Ирегеҙҙең башҡа балалары булһа, уларҙы ла яҡын күрегеҙ.

* Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Йәнегеҙ көйгән ваҡытта һөйләш­мәй тороғоҙ, башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ – был тойғоноң бүтәндәргә зыян кил­тереүе ихтимал. Асыуҙы тиҙ генә баҫыу сараһын күрегеҙ.

* Башҡаларҙың етешһеҙлек­тәрен кисерә белегеҙ. Мөләйем һөйләшергә ғәҙәтләнегеҙ, ғәйбәт һүҙ йөрөткәндәрҙән һаҡланығыҙ.

* Эргәгеҙҙәгеләрҙең холоҡ-фиғелен өйрәнегеҙ. Олоһона һәм кесеһенә айырмайынса, хәлдәрен белешегеҙ, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашығыҙ, йыуатығыҙ. Ауырыу йәки хәсрәт менән яфаланғанда сабырлыҡ күрһәтегеҙ. “Бәлки, шулай булыуы хәйерлелер”, – тип күңелегеҙҙе баҫығыҙ, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылығыҙ.

(Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың нәсихәттәренән).

"Бәрәкәт журналы" төркөмөнән.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас