Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
30 Октябрь 2025, 07:00

Йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирелһен

29 октябрҙә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назаратының урындағы «Мираҫ мәхәлләһе» мосолман дини ойошмаһы «Аманат» ойошмаһы менән берлектә ҡаланың индустриаль колледжы уҡыусылары менән осрашыу ойошторҙо.

Йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирелһенЙәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирелһен
Йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирелһен

29 октябрҙә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назаратының урындағы «Мираҫ мәхәлләһе» мосолман дини ойошмаһы «Аманат» ойошмаһы менән берлектә ҡаланың индустриаль колледжы уҡыусылары менән осрашыу ойошторҙо.

2022 йылда эшмәкәрлеген башлаған ойошма кешеләргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙе ойоштороуға булышлыҡ итеү, уларҙың һаулығын нығытыу һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, эскелек, наркомания, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр хаҡында иҫкәртеү, милли донъяға ҡараш булдырыу, мәҙәниәткә, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә хөрмәт уятыу, белемгә ынтылыш, фәнгә ҡыҙыҡһыныу маҡсатында эш алып бара.

Колледжда ойошторолған сара барышында имам-хатиб Морат Иманғолов һәм наиб-иман, өлкән уҡытыусы Ринат Ҡаҙаҡҡолов уҡыусыларҙы ойошманың киң эш йүнәлеше менән таныштырҙы.

«Мираҫ мәхәлләһе» үҫеп килеүсе быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә айырым иғтибар бирә. Осрашыуҙа ла һүҙ Ватанға һөйөү һәм тоғролоҡ, ата-әсәгә, яҡын кешеләргә, өлкән һәм кесе йәштәгеләргә, белем биргән уҡытыусыларға ихтирам, имен тормош ҡәҙере кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында барҙы.  

Ойошма ҡаланың  өлкән йәштәгеләрҙе һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләрҙе стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһенә, балалар йортона, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Мәхәлләлә ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылына.

Ойошма ағзалары ил именлеге һағындағыларға дарыу, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары һәм башҡа әйберҙәр менән тәьмин итеүгә тос өлөш индерә. Улар был эшкә үҫеп килеүсе балаларҙы һәм йәштәрҙе йәлеп итә. Берҙәмлек менән башҡарылған изге ғәмәл һалдаттар хеҙмәт иткән частәр етәкселеге тарафынан рәхмәт һүҙҙәре һәм Рәхмәт хаттары менән баһалана.

Колледжда уҙған сара йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте. Осрашыу һуңында «Мираҫ мәхәлләһе» дөйөм ятаҡта йәшәгән уҡыусыларҙы йылы аш менән һыйланы.

- Ҡасандыр үҙебеҙ ҙә студент булдыҡ, тыуған яҡтан, тыуған йорттан йыраҡта йәшәп уҡыныҡ. Шуға ла бында белем алған егет-ҡыҙҙар өсөн киске туҡланыуҙы ойошторорға ҡарар иттек, - тине сараны ойоштороусылар.

Киләсәктә ойошманың үҫеп килеүсе быуын вәкилдәре менән берлектә башҡарылған изге ғәмәлдәре, башҡаларға өлгө булырлыҡ күркәм эштәре күп булһын, тип теләйек.

Автор фотолары. 

Йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирелһен
Йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирелһен
Йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирелһен
Йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирелһен
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас