Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
25 Ноябрь 2025, 08:00

Доға көсөнә ышанайыҡ

ҺАУЛЫҠ ҺОРАУ ДОҒАҺЫ. Һаулыҡ-ҙур байлыҡ. Дарыу, үлән менән дауаланһаҡ та, доға ярҙамында уны Хоҙай Тәғәләнән һорау кәрәк, тиҙәр. Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, әйҙә уҡып алығыҙ!

Әллааһүммә гаффинии фии бәдәнии.
Әллааһүммә гаафинии фии сәмгый.
 Әллаһүммә гаафинии фии бәсарии ләә иләәһә илләә әңтә.
Әллааһүммә иннии әгуүзү бикә минәл-күфри вәл-фикори.
Әллааһүммә иннии әгуүзү бикә мин газәәбил кабери.
Ләә иләәһә илләә әңт.

 Йәә, Аллам, тәнемде, ҡолаҡтарымды, күҙҙәремде һау-сәламәт ҡыл. Һинән башҡа ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы хаҡ илаһ юҡ. Йәә Аллам, һиңә көфөрлөктән һәм фәҡирлектән, ҡәбер ғазабынан һаҡланыуҙы һорап һыйынам. Һинән башҡа ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы илаһ юҡ. Имен-һау, сәләмәт булайыҡ!

Доға көсөнә ышанайыҡ
Доға көсөнә ышанайыҡ
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас