Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
25 Ноябрь 2025, 09:00

Әсәйҙәргә беҙҙән бүләк!

Ерек ауыл клубында Әсә көнөнә әҙерлек дауам итә. Бер төркөм уҡыусылар ҡәҙерле кешеләренә үҙ ҡулдары менән бүләк әҙерләгән дә инде. 

Әсәйҙәргә беҙҙән бүләк!Әсәйҙәргә беҙҙән бүләк!
Әсәйҙәргә беҙҙән бүләк!

Балалар асылмаларға иң матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлауҙарын яҙҙы. Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә. Бына ниндәй йылмайыу менән бүләген күрһәтә улар!

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас