

Нисәнсе йыл булғандыр, райондың бер ауылына оло йәштәге инәйҙе яҙырға барҙым. Йәше оло, әммә хәтере иҫ киткес асыҡ, хатта бәләкәй саҡта уйнаған күрше ҡыҙҙарының исеменә тиклем хәтерләй.
Әңгәмәләшеп ултыра торғас, асылып китеп ул миңә бына ошондай тарих һөйләне:
... Һуғыш йылдары, халыҡтың йонсоған, миктәгән осоро. Атайҙар һуғышта, өлкәнерәктәр ФЗО-ла, ауылда ҡарт-ҡоро ла ирҙәрен һуғышҡа оҙатҡан бисә-сәсә. Аслығына өҫтәп, ас бүреләр күбәйҙе, етмәһә ҡасҡылар артты. Кис булһа, әсәйҙәр ишеккә тәпке һалып йоҡлар ине. Һуғыш бөтөргә йыл ҡалған ине ахырыһы, ире өйләнешеп ике ай үткәс армияға алынған күрше Ғәҙилә апайҙың һыуға батҡандай юҡҡа сығыуы тураһында хәбәр ишетелде. Фермала һауынсы ине ул, юғалған төндө дежурҙа булған. Иртән буранда килгән ҡатындар һарай ишегенең шар асыҡ булыуы, күнәктәрҙең тиҙәккә буялып бөтөүен күргәс, эштең нимәлә икәнен аңлап, колхоз рәйесенә хәбәр иткән. Йәп-йәш ҡатын шулай һалам араһына төшкән энә һымаҡ юҡҡа сыҡҡан. Һуғыштан һуң имен-һау әйләнеп ҡайтҡан Фәйез еҙнә милиция аша эҙләтеп ҡараны кәләшен, әммә таба алманы.
Яңынан өйләнде, матур итеп йәшәп алып киттеләр. Һуғыштан һуң 3-4 йыл үткәндер, еҙнәнең ҡоҙа тейешле кешеһен балта менән сапҡылап үлтереүе тураһында ҡурҡыныс яңылыҡ ишетеп шаҡ ҡаттыҡ. Баҡтиһәң, һуғыштан ҡасып йөрөгән күрше ауыл егете Ғәҙилә апайҙы ауылдан йыраҡ та булмаған урындағы бесәнлектәге мәмерйәлә урлап тотҡан икән. Эскән баш менән яугир һалдатҡа эс серен “сискән” имеш, тип һөйләнеләр һуңынан. Бер нисә тапҡыр ҡасып ҡайтҡан мәлендә тотоп, аяҡтарына бығау һалып мыҫҡыл итеп йәшәүе тураһында һөйләгән. Ир-егеттәр ҡайта башлағас, был шаҡшы әҙәм, Ғәҙилә апайҙың ҡасан да бер ҡасып үҙен фашлаясағын аңлағас, башына балта төйҙәһе менән һуғып үлтереүе тураһында бәйән иткән.
Ауыл зыяратына һөйәктәрен алып ҡайтып күмделәр меҫкен еңгәнең. Ағайҙы ла төрмәгә ултырттылар. Бына шулай йүнһеҙ әҙәм арҡаһында ирле-ҡатынлы кешеләрҙең яҙмышы селпәрмә килде.”
Бөгөн дә Интернет селтәрендә әленән-әле юғалған, юҡҡа сыҡҡандар тураһында мәғлүмәт осратып, аптырашта ҡалам. Кеше энә түгел бит, ҡайҙа булалар һуң!?