Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
28 Ноябрь 2025, 09:00

Аҡыллыға ишара

Ҡарар ҡылыу әле эштең башы ғына.Һеҙ ниндәй фекерҙә?

Аҡыллыға ишараАҡыллыға ишара
Аҡыллыға ишара

Бер остаздың өйө бер ҡасан да буш тормаған: уға кешеләр көн дә аҡыл-кәңәш һорап килер булған. Айырыуса йәштәр яратҡан уны.

- Ошо һорауға яуап бирегеҙ әле, - тигән бер көн ҡарт. - Бүрәнәлә теҙелеп ултырған өс тәлмәрйендең береһе һыуға һикерергә ҡарар иткән. Нисәүһе өҫтә ҡалған?

- Бәй, икәүһе... - йәштәр һорауҙың үтә ябайлығына аптырап, бер-береһенә ҡарашҡан.

- Юҡ, дөрөҫ түгел, - тигән ҡарт.

Хәҙер йәштәр төрлөсә яуап биреп ҡарай башлаған, ә оҙаҡ өндәшмәй ултырған береһе әйтеп ҡуйған:

- Өсәүһе лә өҫтә ҡалғандыр...
- Ни өсөн былай уйлайһың?
- "Тәлмәрйен һикергән" тип әйтмәнегеҙ бит.

- Дөрөҫ. Ҡарар ҡылыу менән эште ғәмәлгә ашырыуҙы бутарға ярамай, - тигән остаз.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас