Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
3 Декабрь 2025, 09:00

Кемегеҙгә нимә ҡалдырайым!?

Зөлфиә Ханнанованың ижадын белмәгәндәр һирәктер. Бөгөн авторҙың ошо шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Уҡып ҡына сығығыҙ әле. Туғандар араһындағы мөнәсәбәткә ҡағыла ул.


🤝Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға...
Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ:
Һеҙ үҙ-ара мөлкәт бүлешкәндә
Бер-берегеҙҙе, зинһар, ҡаҡмағыҙ!
 
🤝Ни үкенес, әгәр ҡыҙыҡһағыҙ
Мал-мөлкәткә, затлы әйберҙәргә,
Өйрәнегеҙ, йәндәй туған күреп,
Бер-берегеҙҙе тәүҙә ҡәҙерләргә.
 
🤲Һаулығығыҙ булһын, аҡсаға ни
Һатып алып була йөҙ юрған,
Тик булмаһын һөмһөҙ әҙәмдәр, тип,
Һеҙҙең тарафтарҙан йөҙ борған!
 
🤲Иманығыҙ булһын. Иманһыҙлыҡ –
Ул ҡыуаныс түгел, ҙур ғәрлек!
Изге эштәр күберәк башҡарығыҙ,
Бәндәселек менән ҡайсаҡ ҡылған
Бар гөнаһтар өсөн түләрлек.
 
🤲Балаларым! Китеп барһам әгәр,
Кәфендәргә мине төрөгөҙ,
Риза булһын һеҙҙән Хаҡ Тәғәлә,
Тыуып ҡына үҫкән ерегеҙ.
 
🤝Риза булһын халҡым! Ейәндәрем
Туған телдең бәҫен һаҡлаһын!
…Бер көн килеп әгәр Әжәл ҡаҡһа
Мин йәшәгән йорттоң ҡапҡаһын,
 
🤝Илашмағыҙ. Үкенерлек булмаҫ,
Әйткәнемде теүәл тотһағыҙ!
Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға?
Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ…
 
(Зөлфиә Ханнанова)

 

Кемегеҙгә нимә ҡалдырайым!?
Кемегеҙгә нимә ҡалдырайым!?
Автор:
Читайте нас