Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
5 Декабрь 2025, 07:00

Тура әйткән туғанына ярамаған

Сапҡан аттың башына һуҡма

  • Сабыр эшен бөтөрөр, ҡауҙыр үҙен бөтөрөр.
  • Сабырлы булһаң, уңырһың.
  • Сабырлынан дошман шашалыр, сабырһыҙҙан бәрәкәт ҡасалыр
  • Сабырлы - солтан, сабырһыҙ — шайтан.
  • Сабырлы сыҙар,сабырһыҙ илар.
  • Сабырлыҡ - алтын ҡәлғә, ҡыҙыулыҡ - башҡа бәлә.
  • Сабырлыҡ - сәләмәт, сабырһыҙлыҡ - һәләкәт.
  • Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит
  • Самаң самаңа тура килһен
  • Сапҡан уҙыр, ятҡан ҡалыр.
  • Себен теймәҫ сер итә
  • Себеште көҙ һанайҙар.
  • Сей тирегә ут ҡапмай
  • Силәгенә күрә ҡапҡасы
  • Сирле булып атҡа ултырып йөрөгәнсе, таҙа булып йәйәү йөрөгәнең артыҡ
  • Сиртһәң ҡаны сыҡмаҫ, һыҡһаң майы сыҡмаҫ
  • Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул
  • Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ.
  • Сит ерҙә мал да ерҫәй.
  • Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
  • Сит илдең ҡарсығаһын үҙ иленең ҡарғаһы талар.
  • Сит өйҙөң түшәгендә йоҡлағансы, үҙ өйөңдөң иҙәнендә йоҡла.
  • Ситкә китеп эшлә, өйөңә ҡайтып аша.
  • Ситкә китһәң дә, ситәнгә элеп кит.
  • Ситте маҡта, илеңдә тор.
  • Ситтең ситәне ҡороһон.
  • Ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен һағыныр.
  • Ситтән килгән эттең ҡойроғо бот араһында булыр.
  • Сифаты юҡ та, һаны бар, норма тигән даны бар.
  • Соҡорҙо һикереп сыҡмайса һоп тимә
  • Сөй өҫтөнә туҡмаҡ
  • Сулаҡ суҡмар күтәрер.
  • Сумар - үлмәҫкә бер тумар
  • Суфый һуған ашамаҫ, ҡабығын да ташламаҫ
Тура әйткән туғанына ярамаған
Тура әйткән туғанына ярамаған
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас