Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
9 Декабрь 2025, 08:00

Һеҙҙең никахҡа нисә йыл әле?

Аллаһы Тәғәлә үҙ ризалығын насип итеп, ҡорған ғаиләләрегеҙгә татыулыҡ, бәхет биреп, һәр икегеҙҙең ғүмерҙәренә бәрәкәт насип итеп, йоға ғына "ситса туй"ҙарҙан бәрәкәтле, ныҡлы "алтын", "тимер", "имән"дәренә етергә яҙһын! 

Һеҙҙең никахҡа нисә йыл әле?Һеҙҙең никахҡа нисә йыл әле?
Һеҙҙең никахҡа нисә йыл әле?

Ғаилә ҡорған йәштәргә һоҡланып бағабыҙ, ғүмер байрамдарында ихлас күңелдән ҡотлау һүҙҙәре еткерәбеҙ, улар үҙҙәре лә бер-береһе һәм Хоҙай алдында бер-береһенә мәңгелеккә терәк булырға вәғәҙә ҡуйыша.

Ә бына беҙҙең мәҙәниәттә артабан был көндө нисектер билдәләй йолаһы булмаһа ла, йылдар үтеү менән ошо мөһим көндө иҫләп, тормош иптәшең менән никахлашҡан көндәге кеүек матур хис-тойғолар кисерергә, яҡындарҙы тағы бер йыйып, уртаҡ ҡыуаныс кисерергә форсат бар.

Йылдар үтеү менән ир менән ҡатын араһында бәйләнештәрҙең нығыныуын сағылдырған туйҙар - ҡыуанырға сәбәптәр, артып ҡына тора.

1 йылдан - ситса туй,
2 йылдан - ҡағыҙ,
3 йылдан - тире,
4 йылдан - етен,
5 йылдан - ағас,
6 йылдан - суйын,
7 йылдан - баҡыр,
8 йылдан - ҡалай,
9 йылдан - фаянс,
10 йылдан - ҡурғаш,
11 йылдан - ҡорос,
12,5 йылдан - никель,
13 йылдан - селтәр,
14 йылдан - аҡыҡ,
15 йылдан - гәлсәр,
20 йылдан - фарфор,
25 йылдан - көмөш,
30 йылдан - ынйы,
35 йылдан - мәрйен,
37,5 йылдан - алюмин,
40 йылдан - ҡыҙыл яҡут,
45 йылдан - зәңгәр яҡут,
50 йылдан - алтын,
55 йылдан - зөбәржәт,
60 йылдан - гәүһәр,
65 йылдан - тимер,
70 йылдан - хозур,
75 йылдан - тажлы,
80 йылдан - имән туй.


Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас