Мәңге йәшәр кеүек йөрөйбөҙ ҙә
Кинәт кенә шартлап һынабыҙ.
Иң ҡиммәтле әйтер һүҙҙәребеҙ
Әйтелмәйсә ҡала, тынабыҙ.
Иҫән булған ата-әсәйҙәрҙе,
Ҡәҙерләргә һуңға ҡалабыҙ.Аҙаҡҡаса әрнеп йәшәр өсөн
Йөрәктәргә яра һалабыҙ!
Көтә улар беҙҙән бер яҡлау.
― Ғәзиздәрем, һеҙҙе яратам, – тип,
Артыҡ булмаҫ ине ҡабатлау.
Араларға асыу кермәһен.
Миҙгелдәрҙән торған юлыбыҙға
Ҡара бесәй сығып йөрөмәһен.
Ғүмер буйы оҙата бармаһын.
Иртәгәһен, бәлки, кемдер булмаҫ,
Әйтер һүҙҙәр эленеп ҡалмаһын!