1. Иртәнсәк уянғас та алдағы көндә буласаҡ мәшәҡәттәр тураһында уйлар алдынан яңы тыуған көндө ҡаршылау бәхете бүләк иткән Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйт.
2. Иртә торорға ғәҙәтлән. Ял көндәрендә иң һуң торғанда ла 9 ҙан ҡалма.
3. Шишмә һыуын эс (көнөнә кәмендә 1,5 литр).
4. Иртәле-кисле һалҡынса һыу менән сайынып алыу файҙалы.
5. Алдағы көндә нимә кейереңде кистән әҙерлә.
6. Маҡсаттар ҡуй.
7. Был донъяның кеме генә юҡ. Һәр береһен тәрбиәләп маташма.
8. Көн дә 15 - 60 минут саф һауала йөрөп кил.
9. Ашағандан һуң һалҡын һыу эсмә.
10. Күңелеңә ятмаған кешеләрҙән йыраҡ бул. 11. Насар кешеләр араһына барып эләкһәң, улар кеүек булырға ярамай икәнен аңлау ҙа файҙаға.
12. Хыялдар кешене ҡанатлы итә.
13. Уңышлы кешеләр менән йыш аралаш.
14. Спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт тап.
15. Һәр уңышың өсөн кешенән маҡтау көтмә - үҙ күңелеңде үҙең күреп өйрән. Мәҫәлән, атҡарып сыҡҡан берәй ауыр эштән һуң театрға барып ял итеп кил.
16. Белемеңде арттыр, яңы һөнәр йә файҙалы ғәҙәт үҙләштер.
17. Һәр эште күңел һалып башҡар.
18. Хәҙерге тормошоң һиңә оҡшамай икән, нимәнелер үҙгәрт.
19. Үҙ көсөңә ышан.
20. Тәрән итеп тын алыу йыш-йыш тын алыуға ҡарағанда күпкә файҙалы.
21. Яман менән яҡшыны айырырға өйрән: һине ысын күңелдән яратҡан кеше һине бер ҡасан да эскелеккә, яуызлыҡҡа этәрмәҫ.
22. Атаң менән әсәңде фәрештә тип һана.
23. Үҙеңдән ярлыраҡҡа ярҙам ҡулы һуҙ.
24. Ауыҙыңа нимә ингәнде һәм ауыҙыңдан нимә сыҡҡанды бел.
25. Ҡатын-ҡыҙ наҙлы булһа, ир-ат үҙен көслө зат итеп тойор.
26. Һүҙгә артыҡ һаран булма.
27. Тыныс кеше ышаныслы күренә.
28. Мыжыҡ булма. Алға киткән Японияла 5 йәшкә тиклем генә мыжыу рөхсәт ителә. 29. Дүрт һаның теүәл булып та эшең алға бармай икән, тимәк, һин - йә ялҡау, йә мыжыҡ, йә ҡурҡаҡ.
30. Тураһын ярып әйтеү - батырлыҡ түгел. Кешенең йөҙөн йыртмайынса әйтер һүҙеңде еткереү - тәрән аҡыл билдәһе.
31. Мөһим эштәреңде аҙаҡҡа ҡалдырма.
32. Ике эште бер юлы эшләп өйрән. Мәҫәлән, иҙән йыуғанда ятлай торған шиғырыңды ятла; йүгергәндә яратҡан йырыңды тыңлап, һүҙҙәрен хәтереңдә ҡалдыр; телевизор ҡарағанда бәйләм бәйлә йә сканворд сис.