Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Ғинуар , 12:00

 Һәр эштә лә Аллаһҡа тәүәккәллек ҡылығыҙ.

Аллаһтан тәүфиҡ һорағыҙ“Балаларың тәүфиҡле булып үҫһен!” - тибеҙ ғәҙәттә кемгәлер изге теләк теләгәндә. Бик гүзәл доға ул был һүҙҙәр үҙенә күрә. “Тәүфиҡ” тигәндә күбеһенсә “яҡшы тәрбиә”не күҙ уңында тотабыҙ. Әммә был матур һүҙ күпкә тәрәнерәк, бөйөгөрәк мәғәнәгә эйә.

Тәүфиҡ беҙгә һулар һауа, эсер һыу,ашар ризыҡ кеүек бик кәрәк. Шуға күрә Аллаһтан һәр ваҡыт тәүфиҡ һорағыҙ. Тәүфиҡтән айырмауын үтенеп, доға ҡылығыҙ. Сөнки шунһыҙ имандан мәхрүм булыу, шайтан һәм нәфсе ҡотҡоһона бирелеү ҡурҡынысы бар.

Ниндәй мәғәнәгә эйә һуң был төшөнсә? Тәүфиҡ - ул Аллаһтың ҡолдарына ҡарата күрһәтелгән бөйөк бер ярҙамы. Ана шул ярҙам арҡаһында кеше нәфсеһе яуызлығына һәм Иблис ҡотҡоһона бирелеүҙән ары тора. Йөрәгендә Аллаһҡа ғына буйһоноу теләге көсәйә. Шулай итеп, Аллаһ кешене уға файҙа килтерерҙәй дөрөҫ юлға йүнәлтә. Раббыһының ихтияры менән әҙәм балаһы Уның ризалығына ирешерҙәй эштәр эшләй башлай. Ул Аллаһ яратҡан эштәргә ынтыла, уларҙы оло теләк менән башҡара. Аллаһ яратҡан эштәр Уның ҡолоноң да яратҡан эштәре булып китә. Ул яратмаған эштәр иһә, ҡолоноң да күңелендә нәфрәт уята.

Тәүфиҡ - ул Аллаһтың оло бер ниғмәте. Тимәк, Ул ҡолон үҙ нәфсеһенә тапшырып ҡуймай. Уға ярҙамын күрһәтеп, дөрөҫ юлдан алып бара, эштәрен бәрәкәтле итә.

Әҙәм балаһы Аллаһтың тәүфиғенә бик мохтаж. Беҙҙең иманыбыҙ ҙа, ғәмәлдәребеҙ ҙә, ғүмеребеҙ ҙә тик Уның ғына ҡулында бит.

Аллаһтың тәүфиғендә булып, Уға ғына буйһоноу теләге менән янып йәшәгән кеше һәр ваҡыт ошо доғаларҙы уҡырға тейеш:
🔹“Йә муҡаллибәл-ҡүлүб ҫәббит ҡальби ғәлә диник” 🔹
Йә йөрәктәрҙең хәлен үҙгәртеүсе! Йөрәгемде динеңдә нығыт!

🔹“Аллаһүммә йә мусаррифәл ҡүлүб сарриф ҡулүбәнә ғәлә тағатик” 🔹
Йә Аллаһ! Йөрәктәргә йүнәлеш биреүсе! Йөрәктәребеҙҙе Һиңә буйһоноуға йүнәлт!

Ҡөрьәндә тәүфиҡ һүҙе “Һуд” сүрәһенең 88-се аятында килә:
✅«Ул (Шүғәйб) былай тине: “...Тәүфиғем Аллаһтан ғына (миңә Аллаһ ҡына ярҙам итә). Уға ғына тәүәккәлләйем, Уға ғына мөрәжәғәт итәм»✅

Нисек итеп тәүфиҡкә өлгәшергә һуң?

 Ниәтегеҙ изге һәм ихлас булһын.
Ғәмәлдәрҙең уңышы ниәттән тороуын онотмайбыҙ. Уның ихлас йөрәктән сығыуы мөһим. Бар эштәребеҙ ҙә бары тик Аллаһ хаҡына ғына, Уның ризалығы өсөн булһын.

 Һәр эштә лә Аллаһҡа тәүәккәллек ҡылығыҙ.
Һәр эштең һөҙөмтәһе тик Аллаһтан ғына. Уның ихтияры булмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Аллаһ теләһә, әллә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла йырып сығырға мөмкин.

 Истихара тураһында онотмағыҙ.
Истихара намаҙы - сөннәт ғәмәл. Ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан, йә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда уҡыла. Аллаһтан хәйерлеһен биреүен, зыянлыһынан аралауын һорау - тәүфиҡкә илткән юлдарҙың береһе.

 Шөкөр ҡылығыҙ.
Аллаһҡа бар биргән ниғмәттәре өсөн рәхмәтле булығыҙ. Уның теләге булмаһа, ҡыл да ҡыбырлата алмаҫ инегеҙ. Барлыҡ уңышығыҙ, иманлы йәшәйешегеҙ бары тик Унан ғына бит.

 Хәйерле ахыр һорағыҙ.
Аллаһҡа, йәнегеҙҙе мосолман итеп алыуын һорап, доға ҡылығыҙ. Ғүмерегеҙҙең ахыры изге эштәр өҫтөндә, шәһәҙәт һүҙҙәре менән тамамланыуын теләгеҙ. Әхирәттә иһә Йәннәт баҡсаларына индереүен үтенегеҙ.

Һәммәбеҙҙең дә ниәттәре гел изге, уйҙары яҡты булһын. Һәр ваҡыт хәйерлеһенә генә ынтылып йәшәйек. Һәм шуны онотмайыҡ: тәүфиҡ - бер Аллаһтан ғына.

#мәҡәлә_нәсихәт_иғләм

Һәр эштә лә Аллаһҡа тәүәккәллек ҡылығыҙ.
 Һәр эштә лә Аллаһҡа тәүәккәллек ҡылығыҙ.
Автор:
Читайте нас