Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Ғинуар , 11:15

Бөгөн йома. Изге теләктә булайыҡ!

Доға ҡылған кеше гонаһлы булыуҙан тыйылыр, тиелә хәҙистә.

Бәйғәмбәребеҙ көнөнә йөҙ тапҡыр: «Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир», – тип уҡырға ҡушҡан.

Мәғәнәһе: «Тиңдәше булмаған берҙән-бер Алланан башҡа илаһ юҡ. Хөкөм һәм хакимиәт — Уның ихтыярында, маҡтауҙар — Уның үҙенә генә хас. Бөтә нәмәгә Уның көсө етә», — тип, доға ҡылған кешегә Аллаһ йөҙ төрлө игелекле эш эшләгәндең сауабын яҙа, ғәмәл дәфтәренән йөҙ насарлығын юйып ташлай. Был көндә уға шайтан зәхмәте ҡағылмай.

Ошо доғаны ҡабатлап йөрөйөк. Көнөбөҙ имен, төндәребеҙ тыныс булһын!

Бөгөн йома. Изге теләктә булайыҡ!
Бөгөн йома. Изге теләктә булайыҡ!
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас