Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Ғинуар , 14:00

Әрүахтар тыныслыҡ эҙләй...

Иремдең артында теге егеттең шәүләһен күреп ҡалдым. Шул уҡ кейемдә үҙе, ым менән нимәлер күрһәтте лә, юҡҡа сыҡты. Ҡулымдағы ҡайнар сәй өҫтәлгә түгелде. Минең был аңлашылмаған ҡылыҡтарымдан биҙә башлаған ирем, бер ни әйтмәй, тороп китте.

Бер көҙ йылға буйындағы тирәклектә үҙенә ҡул һалған ир кәүҙәһенә тап булдым. Быны һүҙ менән аңлатыу мөмкин түгел. Ҡурҡышымдан ни ҡысҡыра, ни атлай алмай, урынымда бағаналай ҡатып ҡалдым.

Был торошта күпме булғанмындыр, хәтерләмәйем. Яҡында ғына эт өргән тауышҡа аңыма килдем. Кеҫә телефонынан  полиция саҡырттым, иптәшем дә килеп етте.

Ошонан һуң минең менән әллә нәмә булды. Көндөҙ ҙә, төндә лә теге егет күҙ алдымдан китмәй. Ҡараңғынан ҡурҡам, йортта яңғыҙым ҡалмайым, ирем дә һаулығым өсөн борсола башланы. Артымдан кемдер күҙәткән, эргәмдә берәү йөрөгән  һымаҡ тойола.

Йөрәгем сәнсә, ҡан баҫымым “уйнай”, күҙемә нимәлер күренә, ҡыҫҡаһы, ауырыуға әйләнә башланым.  Төшкә аш мәле ине, өҫтәл артында ултырабыҙ. Шул мәл иремдең артында теге егеттең шәүләһен күреп ҡалдым. Шул уҡ кейемдә үҙе, ым менән нимәлер күрһәтте лә, юҡҡа сыҡты. Ҡулымдағы ҡайнар сәй өҫтәлгә түгелде. Минең был аңлашылмаған ҡылыҡтарымдан биҙә башлаған ирем, бер ни әйтмәй, тороп китте.

Ысын мәғәнәһендә, был егеттең һыны мине эҙәрлекләй ине. Ҡайҙа ғына булһам да, уның янымда икәнлеген тоя инем. Яҡын да килмәй, насарлығы ла юҡ, әммә күңел тыныслығымдан яҙҙырҙы. Көндәрем аңлашылмаған ауырыу, ҡурҡыуҙарға үрелеп барҙы, ирем дә ситләшә башланы. Интернет аша көслө мулла барлығын белгәс, йыраҡ  районға  юлландыҡ. Көс-хәл менән юл табып барып еттек. Тупһаһына барып еткәс, аяҡтарым атламаҫ булды. Туҡтай алмай үкереп  илайым, берәү артҡа тарта һымаҡ. Мулла хәлемде аңланы, сиратһыҙ индерҙе. Алдына ултыртып аят уҡый башлағас, алдымда теге егет һыны пәйҙә булды, ҡолаҡтарыма нимәлер тығылған һымаҡ, аятты урыны-урыны менән генә ишетәм. Оҙаҡ өшкөрҙө мулла, ҡулдары менән башымды һыйпағас, теге һын томанға әүерелгәндәй юҡҡа сыҡты. Баҡтиһәң, йыназаһыҙ теге донъяға күскән йәндәр үҙҙәренә яҡлау эҙләп, тереләргә нимәлер әйтергә теләй икән.

Ошонан һуң мине ауырыуға әйләндерә яҙған егет рухына бағышлап аят уҡыттым, теге донъяла тыныслыҡ тапһын тип, хәйер тараттым. Хәҙер тормошомда барыһы ла үҙ урынына ултырҙы.

Сәлиә ХӘМИТОВА.

Әрүахтар тыныслыҡ эҙләй...
Әрүахтар тыныслыҡ эҙләй...
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас