- Әй, мөьминдәр әмире! Һеҙгә бер тарих һөйләйем әле. Әгәр тыңларға теләһәгеҙ бынан да иҫ киткесен һөйләйем, ни эшләп миңә оҡшағанын.
- Һөйлә әйҙә, – тине хәҙрәт Ғүмәр.
... Был бала әсәһенең ҡорһағында булғанда миңә сәфәргә сығырға тура килде. Өйҙән юлға сыҡҡанда доға ҡылдым: «Йә Аллаһ, Һиңә аманат итеп әсәһе ҡорһағында ятҡан, әле тыумаған баланы ҡалдырам. Һаҡла үҙен, Һиңә тапшырҙым» – тип, әйтеп сығып киттем. Бер-нисә айҙан ҡайтһам, туғандарым: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һин киткәс йөклө ҡатының ауырып китеп, үлеп ҡалды», тиҙәр. Ағайым менән ҡәберлеккә, ҡатыным ятҡан ергә барҙыҡ. Ҡәбер эргәһендә ултырабыҙ... сеү, бер мәле ҡолағыбыҙға бәләкәй баланың илаған тауышы ишетелә. Сүбеханаллааһ! Ҡәбер эсенән ишетелә! Ҡабаланып ҡәберҙе ҡаҙып, астыҡ... Ни ғәжәп. Был тере баланы күрҙек һәм үлгән ҡатыным ятҡанын. Үле ҡатынымдың кәүҙәһе берҙә ҡараймаған һәм серемәгән. Тере саҡта нисек — шул көйө, ә бала ҡатынымдың имсәген имә. Был бала ҡәбер эсендә тыуған һәм әсә һөтөн имеп ятҡан! Баланы йәшәгән ергә алып ҡайтып ғалимдарға күрһәттем. Улар: «Һин сәфәргә сыҡҡанда берәй доға уҡыныңмы? Нисек уҡының?». Мин: «Әйе, ошо тыумаған баланы Һиңә (Аллаһҡа) тапшырҙым» – тип, доға ҡылдым. Ғалимдар шулай тип яуап ҡайтарҙылар: «Ал Аллаһҡа ҡалдырған аманатыңды — улыңды, әгәр ҡатыныңды ла Аллаһҡа өмөтләнеп ҡалдырған булһаң, улда тере булыр ине...».
Йә халыҡ! Бар булмышығыҙҙы, бар эшегеҙҙе, һәр нәмәгеҙҙе Аллаһҡа тапшырығыҙ. Беҙ бөтәбеҙҙә Аллаһ бәндәләре. Мин-минлегеҙҙе бөтөрөгөҙ! Бөтәһен дә: тыуыуын да, йәшәүен дә, ризығын да, малын да, бәрәкәтен дә Аллаһ бирә. Шөкөр итегеҙ!