Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Ғинуар , 14:00

Һуңлап ҡуймаһаҡ ине...

ӨЛГӨРӨРГӘ ИНЕ. Һеҙҙең ошо хаҡта уйланғанығыҙ бармы? Яҡшылыҡ эшләп, туғандар менән аралашып йәшәйек.Үкенергә булмаһын. Нурия Хәлилованың шиғырын уҡып сығығыҙ әле!

Мәңге йәшәр кеүек йөрөйбөҙ ҙә
Кинәт кенә шартлап һынабыҙ.
Иң ҡиммәтле әйтер һүҙҙәребеҙ
Әйтелмәйсә ҡала, тынабыҙ.

Алдан уйлай белһәк, һуңғы минут,
Көтөп йөрөгәнең яҡында,
Яҡшылыҡтар ғына эшләр инек,
Һаҡлар инек туған хаҡын да!

Иҫән булған ата-әсәйҙәрҙе,
Ҡәҙерләргә һуңға ҡалабыҙ.
Аҙаҡҡаса әрнеп йәшәр өсөн
Йөрәктәргә яра һалабыҙ!

Инде ҙурҙар тигән балалар ҙа,
Көтә улар беҙҙән бер яҡлау.
― Ғәзиздәрем, һеҙҙе яратам, – тип,
Артыҡ булмаҫ ине ҡабатлау.

Яҡын күргән дуҫтар, туғандарым,
Араларға асыу кермәһен.
Миҙгелдәрҙән торған юлыбыҙға
Ҡара бесәй сығып йөрөмәһен.

Уҙып киткән көндөң үкенесе
Ғүмер буйы оҙата бармаһын.
Иртәгәһен, бәлки, кемдер булмаҫ,
Әйтер һүҙҙәр эленеп ҡалмаһын!

(Нурия ХӘЛИЛОВА).

Һуңлап ҡуймаһаҡ ине...
Һуңлап ҡуймаһаҡ ине...
Автор:
Читайте нас