Йылҡыңа нисә йәш?
Тай – бер йәш тулып, икенсе йәшкә киткән йылҡы малы.
Байтал – икенсе йәшкә киткән бейә.
Тайлаҡ – бер йәшлек тай.
Тайса – инә тай, ике йәшкә тиклемге ат.
Тай-тулаҡ – йәш йылҡы малы.
Ҡонажын – ике йәштән өс йәшкә тиклемге бейә.
Ҡонан – ике йәштән өс йәшкә тиклемге айғыр.
Дүнәжен – өс йәш менән дүрт йәш араһындағы бейә.
Дүнән – өс йәш менән дүрт йәш араһындағы айғыр малы.
Айғыр – беселмәгән йылҡы малы.
Бейә (байтал) – инә йылҡы малы.
Һаҙаған айғыр – 10-15 йәшлек айғыр.
Арҙа – ике йәшкә тиклем инәһен имгән тай.
Ҡыулыҡ – беренсе тапҡыр ҡолонлаған йәш бейә.
Тыусаҡ – икенсе йәшендә ҡолонлаған байтал.
Аттың төҫ үҙенсәлектәрен белдереүсе атамалар
Саптар (игреневый) – ялы һәм ҡойроғо сал булған ерән ат.
Туры (гнедой), ҡоба туры (каурый) – ҡара ҡыҙыл, ял-ҡойроғо ҡара төҫтәге ат.
Ҡола (саврасый), аҡ ҡола (буланый) – үҙе һары, ҡойроғо-ялы ҡара ат.
Буҙ (сивый), аҡ буҙ (светлосивый) – көлһыу күгелйем төҫ (аҡ буҙ, күк буҙ, ҡара буҙ).
Күк, күксәй, күксәнәй – күк буҙ төҫтөң төрҙәре.
Тимергүк – ҡараһыу буҙ, ҡорос төҫөндәге ат.
Бурыл (чалый) – буҙ менән ҡара ҡатыш.
Кир (мухортый) – һарғылт туры төҫ.
Бүртә (караковый) аҡ менән туры ҡатыш төҫ.
Алмасыбар (в яблоках) – буҙ төҫ өҫтөнән тимгел-тимгел ҡара таптар ятҡан төҫ.
Аҡ (белый) – ап-аҡ төҫтәге ат.
Аҡкүк. Аҡҡа күк төҫ күберәк ҡатнашҡан, ләкин аҡ өҫтөнлөк итә.
Ала (пегий) – аҡ менән берәй төҫ таптары ҡатнашҡан. Был да аҡ төҫтөң модефикацияһы.
Ерән (рыжий) – ҡыҙыл менән һары ҡатыш, ҡыҙғылт-һары. Был төҫтәге аттар ҙа бик матур.
Ҡыҙыл. Ҡан төҫөн берәүгә лә аңлатып тороу кәрәкмәйҙер, моғайын.
Ҡара – дөм ҡара төҫтәге ат.
Ағылйым (беловатый, белесый), светлый) – аҡһыл төҫтәге ат.
Аҡ-ала (бледно-пегий) – аҡ менән берәй төҫ ҡатнашҡан ат.
Аҡ буҙ (светло-сивый, сизый, серый) – көлһыу күгелйем төҫ.
Аҡ ҡоба (светло-бурый, светло-гнедой) – аҡ һәм ҡоба төҫтәр ҡатнашҡан ат.
Аҡ күк – (белый с голубоватым оттенком) – күкһел төҫтә булған аҡ ат.
Аҡ ҡола (бледно-саврасый) – үҙе һары, ҡойроҡ-ялы ҡара ат.
Аҡ саптар (бледно-игреневый) – ерәнерәк төҫтә булған йылҡы малы.
Аҡ һары (светло-желтый) – асыҡ һары төҫтәге ат.
Аҡһыл (белесый) – тоноғорай аҡ, аҡҡа тартым ат.
Ала буҙ (серо-пегий) – көрән менән ерән ҡатыш ат.
Ала (пестрый, пятнистый, пегий) – аҡ менән ҡара йәки башҡа төҫ аралашҡан ат.
Ала туры (гнедой с пятнами) – таптары булған турыат.
Алма күк (сивый в яблоках) – түңәрәк таптары булған күк ат.
Йылҡы малының йылдың ҡайһы миҙгелендә тыуыуына ҡарап, өйөргә ҡушылыу дәүеренә бәйле атамалар
Һәүерәк – өйөргә ҡушыр өсөн өлгөрөп етмәгән йәш айғыр.
Ябаға тай – яҙғыһын тыуған тай.
Байтал – дүрт йәшлек бейә.
Тай байтал – ике йәшлек бейә.
Ҡонан байтал – өс йәшлек бейә.
Дүнәжен байтал – өс йәше тулып, дүрткә сыҡҡан бейә.
Йыуан ат – биш йәштән үткән йылҡы малы.
Ҡонан сығар – йәше өстән үткән ҡонан.
Һабан кергән тай – бер йәшлек тай.
Аҙау айғыр – алты-ете йәшлек айғыр.