Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Ғинуар , 12:00

Осонғандың ҡулынан ҡуян ысҡынған

Һеҙ ҙә  оялыуҙы белмәгән әҙәмдәрҙе яратмайһығыҙмы? Мин шундайҙар өсөн ҡыҙарып бөтәм. Бөтә нәмәлә сама кәрәклеген онотмаһаҡ ине лә бит...

  • Осонғандың ҡулынан ҡуян ысҡынған
  • Оялған туйҙан буш ҡалыр
  • Оялғандың ризығы тар
  • Оялмаған кеше өсөн оялған кешенең йөҙө ҡыҙарыр
  • Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр.
  • Оят барҙа хая бар
  • Оят баш ярыр
  • Оят башҡа файҙа итмәй
  • Оят - оятлы кешегә
  • Ояты барҙың намыҫы бар
  • Ояты юҡ ул яман, ғәҙәте юҡ ҡыҙ яман.
  • Ояһында ни күрһә осҡанында шуны эшләр
  • Оялы көсөк көслө була.
  • Ояңа ҡарап ҡанат ҡаҡ.
  • Ояһында ни булһа, осҡанында шул булыр,Илдә түрә кем булһа, законы ла шул булыр.
  • "Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре" китабынан

 

Осонғандың ҡулынан ҡуян ысҡынған
Осонғандың ҡулынан ҡуян ысҡынған
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас