Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Ғинуар , 14:00

Йәш кәләшкә нәсихәт

Ир менән ҡатын араһында, нисек кенә татыу тиһәләр ҙә, ваҡ-төйәк аңлашылмаусанлыҡ тыуып тора. Һеҙ тормошта ниндәй принцип менән йәшәйһегеҙ? Эшегеҙ ир, ҡатындыҡына бүленгәнме? Урамды ҡар ҡаплаһа ҡатындар иренән алды сығып көрәйме? Ә йыуылмаған һауыт-һабаны ирегеҙ ялтыратып йыуып ҡуямы? Елкәңә ирҙе ултыртып, ҡалма, балам, көлкөгә тип әйткәндәре бармы? Фирүзә Абдуллина бына нимә ти...

Йәш кәләшкә нәсихәт
Йәш кәләшкә нәсихәт

Ир ҡатыны булып яңы
Йәшәй башлаған саҡта
Әсәйем шәп кәңәш бирҙе!
Онотмам ошо хаҡта…

- Ҡатын-ҡыҙ сабырһыҙ була –
Алдан төшөп эшләмә!
Эшләргә теләмәй торған
Эшен артыҡ көсләмә.

Бер өйрәтһәң алдан алып,
Тиҙ ултырыр елкәңә!
Елкәңә ирҙе ултыртып
Ҡалма, балам, көлкөгә.

- Был ни тигән һүҙең, әсәй?
Шаяртыумы, һанаумы?
- Үҙең һайла, балаҡайым:
Ир кәрәкме, быҙаумы?!

…Мин теләгәнсә эшләһәк,
Шәберәк йәшәр инек,
Айға һуҙылған эштәрҙе
Аҙнала эшләр инек!

Малайҙы әсәй тапһа ла
Ирҙе бит ҡатын яһай,
Малайҙан ир яһауҙары
Түгел шул, ай-һай, ябай!

Һинең һүҙеңде тотмаһам,
Тапмаҫ инем бәхеттте:
Ҡыйын булыр ине, әсәй,
Һаҡлауы мөхәббәтте.

Үҙе белеп эшләй эште,
Эй торам маҡтап-хуплап!
Өндәшмәйсә түҙәм күп саҡ
Бар сабырлыҡты туплап!

Алдан төшөп эшләмәйем:
Миңә быҙау кәрәкмәй!
Ах итһендәр сит ҡатындар:
Бындай ирҙәр эләкмәй!

(Фирүзә АБДУЛЛИНА)

Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас