Бер йәш ғаиләлә бер-бер артлы балалар тыуғас, йәш әсә тынғыһыҙ тормоштан арып китә. Балаларҙың ығы-зығыһынан бушамай йүгереү көн дә ҡабатлана. Ире үҙенсә ярҙам итергә тырышһа ла, көнө буйы эштә булғанлыҡтан, барыбер ҡатын-ҡыҙға көс төшә.
Бер ваҡыт прогулкага сыҡҡас Бәләкәй балаһы ныҡ илап, кире өйгә әйләнеп ҡайталар. Ә ире:
-Өйҙә бер телем икмәк юҡ. Әллә нимә эшләп йөрөйһөң, тип ҡаршы ала.
Ҡатыны туҙынып китә лә:
-Балаларҙы үҙең ҡара улай булғас, тип балаларын ҡалдырып сығып китә. Урамға сығып эскәмйәгә ултырып илап ебәрә. Шул мәл эргәһенә бер әбей килеп ултырып, ни булғанын һорай башлай.
-Мин арыным. Бер үҙем генә ҡалаһым килә, ти ҡатын.
-Ныҡлап уйланыңмы? -ти әбей .
-Эйе, мин арыным.
Тынысланып, икмәк алып ҡайтыуына ире:
-Һин мине ғәфү ит. Һиңә ял итеп алырға кәрәк. Мин иртәгә балалар менән ауылға ҡайтып киләм, һин ҡал, ти.
Икенсе көнөнә ирен балалары менән оҙатҡас, магазиндарҙа йөрөп килә, ял итә. Ире оҙаҡ ҡына шылтыратмағас, үҙе шылтырата, әммә телефон һүнгән була. Ә инде ят номерҙан:-һеҙҙең ғаиләгеҙ аварияға осрап, ауыр хәлдә больницала, тип әйткәс аҡылдан яҙырға етешә.
Больницала ире менән балаларының хәлдәре мөшкөл икәнлеген әйткәс, һуштан яҙа. Укол ҡуйып, бер палатаға ял итергә һалалар. Ҡатын иҫенә килеп күҙҙәрен асһа, эргәһендә теге әбей ултыра икән:
-Шунан, бер үҙең ҡалаһың киләме? -тип һорай ул.
-Юҡ, юҡ, бер үҙем ҡалаһым килмәй, минең яҡындарым кәрәк, тип илап ебәрә ҡатын.
-Һүҙҙәрегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ, һүҙҙәр ҙур көскә эйә, ти ҙә әбей юҡҡа сыға.
Күп тә үтмәй, ҡатындың ире менән балалары йүнәлеп китәләр.
"Сәйер донъя" төркөмө