Көнгәк
-20 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Февраль , 14:30

Ураҙа тотасаҡһыңмы?

Бер нисә мөһим кәңәшкә ҡолаҡ һал!

Тиҙҙән изге Рамаҙан айы башлана. Әммә был мөһим айҙы лайыҡлы ҡаршылар өсөн нисек әҙерләнергә?

Ураҙа ваҡытында иң мөһиме – иртәнге аш – сәхәр. Пәйғәмбәребеҙ ҙә: «Сәхәрҙә – бәрәкәт», – тигән. Сәхәрҙә бауырҙан үтте сығара торған ризыҡтар булырға тейеш. Бауырҙа үт йыйылһа, токсиндар барлыҡҡа килә. Әгәр сәхәрҙә еләк-емеш, һыу менән еңелсә генә ҡаплап алһағыҙ, үт бүленеп сыҡмаясаҡ. Шуға күрә сәхәрҙә мал-тыуар аҡһымдарына бай ризыҡтар ашарға кәрәк. Эремсек, ҡаймаҡ, йомортҡа, аҡ май, һурпалы аш ашау файҙалы. Майҙан ҡурҡырға ярамай.
 
Ифтар һыуҙан башланырға тейеш. Йылы һыу ашҡаҙанда көнө буйына йыйылған лайланы йыуып төшөрә. Шунан һуң ғына төп аҙыҡҡа күсәһең.
 
Ифтар менән сәхәр араһында кәм тигәндә биш сәғәт ваҡыт уҙырға тейеш. Ни өсөн тигәндә, ашҡаҙандағы ризыҡ эшкәртелеп бөтөргә тейеш. Шуға күрә ифтар менән сәхәр араһында ҡапҡылап йөрөргә кәңәш ителмәй. Ә бына йылымса һыу эсеү файҙаға ғына.
 
Ашҡаҙанда аҙыҡ 5-6, хатта 7-8 сәғәт ятырға мөмкин. Ашағандан һуң 1,5 сәғәт һыу эсергә ярамай. Ни өсөн тигәндә, һыу соляная кислотаны йыуып төшөрә. Әммә ашар алдынан һыу эсеп ҡуйырға кәрәклеген әйткәйнек. Ашағандан һуң бик ныҡ һыу эскегеҙ килһә, бер-ике йотом сәй йәки ҡәһүә эсеп ҡуйырға ярай.

"Юлдаш" радиоһы төркөмө

Ураҙа тотасаҡһыңмы?
Ураҙа тотасаҡһыңмы?
Автор:
Читайте нас