Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
12 Февраль , 09:00

Хикмәтле хикәйә

Йөрәктәр яҡын булһын

Бер көн аҡыл эйәһе уҡыусыларынан һораған:
– Ни өсөн кешеләр талашҡанда тауышын күтәрә?
– Тыныслығын  юғалтҡанғалыр, – тип фаразлаған уҡыусылар.
– Кеше яныңда торһа, ни өсөн тауыш күтәрергә һуң? – тип һораған уҡытыусы.

Уҡыусылар аптырап яурын һикерткән. Шул саҡта уҡытыусы һорауға аңлатма индергән:
– Талашҡанда, ризаһыҙлыҡ артҡанда, йөрәктәр алыҫлаша.  Уның менән йән дә йырағая. Бер-береһен ишетеү өсөн уларға тауышты күтәрергә тура килә. Үпкә һәм асыу ни тиклем көслө булһа, улар шул тиклем нығыраҡ ҡысҡыра.

Ә  ғашиҡтар шым ғына  һөйләшә, сөнки йөрәктәр  яҡын, улар араһындағы алыҫлыҡ тулыһынса юҡҡа сыға.Ундайҙар  хатта һөйләшмәй, ә шыбырҙаша ғына. Ҡайһы мәлдә һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй –сөнки күҙҙәр бөтәһе тураһында  һөйләй.

Онотмағыҙ, талаш һеҙҙе бер-берегеҙҙән алыҫлаштыра, ә юғары тонда әйтелгән һүҙҙәр был аралыҡты күп тапҡырға арттыра. Быны артыҡ ҡулланмағыҙ, бер көн килеп, һеҙҙең арағыҙҙағы аралыҡ шул тиклем артыр, хатта кире юлды таба алмаҫһығыҙ.

Рәфилә БИКЙӘНОВА

Хикмәтле хикәйә
Хикмәтле хикәйә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас