Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
17 Февраль , 18:00

Рамаҙан башланған беренсе кистә нимә эшләргә?

Сәләфтәрҙең (тәүге быуын мосолмандарҙың) Рамаҙан айы инеүе айҡанлы байрам-фәлән ойоштороуҙары тураһында нимәлер еткерелгәнме? Һәм, ғөмүмән, шәриғәт буйынса, был изге айҙың беренсе кисе инеүе айҡанлы нимәләр эшләү кәрәк һәм хуплана?

Шәриғәт буйынса эшләргә кәрәк булған нәмә – ул доға ҡылыу:

 "Аллааһүммә, әһилләһү ғәләйнәә биль-әмни үәл-иимәән, үә-ссәләәмәти үәл-исләәм, раббии үә раббүкә-Ллааһ, һиләәлү рушдин үә хайр".

اَللَّـهُمَّ أَهِلَّهُ عَلَيْنَا بِالْأَمْنِ وَ الْإِيمَانِ، وَ السَّلَامَةِ وَ الْإِسْلَامِ، رَبِّي وَ رَبُّكَ اللهُ، هِلَالُ رُشْدٍ وَ خَيْرٍ



Тәржемәһе: "Йә Аллаһ! Уны (яңы айҙы) беҙҙең өсөн именлек һәм иман, иҫәнлек һәм Ислам айы итеп күтәр! Минең хужам да, һинең хужаң да – Аллаһ, эй тура юл һәм яҡшылыҡ айы!"

Ошолай итеп доға ҡылалар, һәм был "Истиһләл" ("Яңы айҙы күреү") доғаһы тип атала. Пәйғәмбәр ﷺ һәр яңы айҙы күргән һайын шулай доға ҡылыр булған.

📚 әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (3451), әд-Дәрими, "Сүнән" (1688), Әбү Дауыт, "Сүнән" (5092), Әхмәт, "Мүснәд" (1397), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Силсиләт әл-Әхәдиҫ әс-Сахихә", 1816).

Шулай уҡ, Рамаҙан айын шатлыҡ, ҡыуаныс, ризалыҡ менән ҡаршы алыу, Рамаҙан төндәрендә тәрәүих намаҙында тороу, күберәк Ҡөрьән уҡырға тырышыу, [элекке гонаһтарың өсөн] күп итеп тәүбә һәм истиғфар ҡылыу, ваҡытты Аллаһҡа табыныуға арнау – шәриғәт буйынса, Рамаҙанда эшләнергә тейешле эштәр бына ошо. Уның беренсе кисенән алып һуңғы кисенә тиклем.

🎙

 Салих әл-Фәүзән шәйех

Автор:
Читайте нас