Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
22 Февраль , 07:00

Өләсәйем кәңәштәре

Иң яҡшылары ошолар

Керҙе айырып алып, тап-таҙа итеп йыуып, ҡат-ҡат сайып, тиҫкәре яғын әйләндереп, билдәле бер тәртиптә элегеҙ. Мәйеттең кере генә һығылмаҫ әйләндерелмәҫ, шул көйө эленер, ти ололар.

Ир-аттың керен яғаһынан йыуа башларға кәрәк. Шулай эшләһәң, ил өҫтөндә, ауыл, кешеләр араһында абруйлы булыр, һүҙе үтер, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр.

40 көнөнә тиклем сабый баланың кере өйҙә эленергә тейеш.  Йәй көнө ышыҡ урында  кеше күҙе күрмәҫ ерҙә булһын. Юғиһә, күҙ тейер.

Кер бауы таҙа, аулаҡ ерҙә булыр. Нәмә ҡағылдырып, аяҡ аҫтында торһа, яҡшы түгел.  

Эске кейем ышыҡ ерҙә киптерелер. Кеше күҙенең энергияһы, зәхмәте күрмәҫ ерҙә.
Ир-ат, балалар кейемен иҙән йыуғысы итмәгеҙ, ауырыу ҡағылыр.

Кейемдә, ғөмүмән, һауыт-һаба, мебель кеүек әйберҙәрҙә сама тигән нәмә кәрәк. Исраф – оло гонаһ. Шуның өсөн артыҡ әйбер алыу тыйыла. Кәрәккәне самалы  булырға тейеш. Уларҙы ямап кейеү сауаплы. Борон кейем 7 тапҡыр ямалһа, сауаплы ғәмәл булып һаналған.
Өй эсен тәртипле, таҙа тоторға, кейемде элергә, тупһа алдына сүп өймәгеҙ, фәрештәләр инмәҫ.
Кәрәкмәгән кейемде яғырға, ярылған һауыт-һабаны, кәрәкмәгән нәмәләрҙе ташларға кәрәк. Сатнаған сынаяҡ менән сәй эсмә - бәхетең китек булыр. Бала уйынсыҡтары, кейеме иҙәндә туҙып ятмаһын. Йыуып, йыйып, өҫтә тотоғоҙ.

Һеҙ ҙә ошо кәңәштәрҙе үтәйһегеҙме?

Өләсәйем кәңәштәре
Өләсәйем кәңәштәре
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас