

Ғәйбәт һөйләү – оло гонаһтарҙың береһе. Аллаһы Тәғәлә ғәйбәт тураһында Ҡөрьән Кәримдә былай тигән: «Әй иманлы кешеләр, ғәйбәт, имеш-мимештәрҙән йыраҡ тороғоҙ, кешенең серен һатмағыҙ, шымсы булмағыҙ, бер-берегеҙҙең ғәйебен эҙләмәгеҙ, берегеҙ икенсегеҙ артынан яман һөйләп ҡалмағыҙ» - тигән. Ысынлап та бөгөнгө тормошобоҙҙа ғәйбәт һөйләү ғәҙәти күренешкә әйләнә бара түгелме,? Фәлән кешенең балаһы шундай хәлгә төшкән, теге кеше гонаһ эшләгән һәм башҡалар. Уны башҡа кешеләргә һөйләп кенә ҡалмай, шул ваҡиғаларҙан ләззәт ала. Күршебеҙҙең уңышһыҙлаҡтарына шатланабыҙ, һинән артығыраҡ донъя көткән кешене күрә алмайбыҙ. Ҡайһы бер уҫалдары етеш йәшәгәндәрҙең йә малына, йә үҙенә зыян килтерергә лә тартынмай. Ғүмер буйы намаҙ уҡып, Аллаһ юлында йөрөп тә телеңде тыя алмайһың икән, уның ҡаршыһында бар ҡылған ғибҙәттәрең юҡҡа сыға.
Мосолман кешеһенә һабырлыҡ, итәғәтлек, йомартлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү кеүек күркәм сифаттар хас. Ошо сифаттарға эйә булырға тырышһаҡ ине. Уйыбыҙ, ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ, ниәттәребеҙ изгелектән торһа, был донъяла йәшәүе лә матурырыҡ булыр ине. Шик юҡ, Аллаһы Тәғәлә тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, ярлыҡаусы. Ысын күңелдән тәүбәгә килеп, Аллаһтан ярлыҡау һорайыҡ, ғәйбәт, көнсөллөк кеүек бысраҡлыҡтарҙан таҙарынайыҡ, йәмәғәт