Бәрәкәтле ваҡытҡа рамазан айы, төндөң аҙаҡҡы өлөшө, йома көнө, зөлхизә айының беренсе ун көнө инә. Был ваҡыттарҙа изге ғәмәлдәр һәм доға ҡылыу фазлиәтле. Аллаһы Тәғәлә эштәрен иртә башлаған кешеләргә бәрәкәт иңдерә.
Бәрәкәттең юҡҡа сығыуы күҙ тейеүгә бәйле түгел. Күҙ тейеү сәбәпле кешенең сәләмәтлегенә зыян килә. Ә бәрәкәттең китеүе күп осраҡта гонаһ ҡылыу, биш ваҡыт намаҙ уҡымау, рамазан айында ураҙа тотмау, хәрәм ризыҡ ашау, араҡы эсеү, байлыҡтан зәкәт түләмәү һәм Аллаһҡа шөкер итмәү менән бәйле.
Өйҙә бәрәкәт булһын өсөн нишләргә? Күберәк Ҡөръән уҡырға, доға ҡылырға, зикер-тәсбихтәр әйтергә һәм Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылып йәшәргә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтте: “Әгәр ҙә ауыл һәм шәһәр халҡы иман китерһәләр һәм тәҡүә булһалар, Беҙ уларға күктән һәм ерҙән бәрәкәт ишектәрен асасаҡбыҙ” (Әғраф сүрәһе, 96-сы аят). Тәҡүә булыу – ул Аллаһтың әмерҙәрен үтәү һәм гонаһтарҙан тыйылыу. Шулай булмаһа, Аллаһ ул йортҡа тыныслыҡ та, бәрәкәт тә иңдермәй. Ен-шайтандар күп булып, унда Аллаһтың ләғнәте төшә.
Бәрәкәт инһен өсөн Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғаләйһи үә сәлләм: “Әллааһүммә бәәрик ләнәә фиимәә ракзәкотәнәә үә кыйнәә ғазәәбән-нәәр”, – тип доға ҡылған (Имам ән-Нәвәвинең “Әзкәр” китабы).
Алмаз хәҙрәт Сафин. ("Доғалы йорт" төркөмө)