21 мартта Мәләүез мәҙәниәт һарайында балалар өсөн беренсе тапҡыр Ураҙа байрамы үтте. Күркәм байрамға йыйылғандар бай программалы концерт номерҙарын ҡараны, уйын һәм конкурстарҙа ҡатнашты, шулай уҡ мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Байрамды ойоштороусыларға Рәхмәт хаты тапшырылды.
Беҙ балаларға был яҡты көндө бүләк иткән һәм уны ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ итергә ярҙам иткән һәр кемгә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ! Балалар өсөн Ураҙа ойоштороуға индергән өлөшө өсөн мәҙәниәт бүлеге начальнигы
Йәмилева Ләйсән Рәшит ҡыҙына, Мәләүез мәҙәниәт һарайы директоры Ғәйетҡолова Жанна Николаевнаға һәм мәҙәниәт һарайы художество етәксеһе Рябов Александр Сергеевичҡа; техник-программист Чернышов Алексей Сергеевичҡа, Ерек ауыл клубы ойоштороусыһы Яҡупова Тәнзилә Зәйнулла ҡыҙына, Арыҫлан ауыл мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Хисаметдинова Гөлсөм Исмәғизәм ҡыҙына, Шәрип ауыл клубы ойошторусыһы Үҙәнбаева Ғәлиә Әҙһәм ҡыҙына, Ергән күп функциялы мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы
Мөхәмәтҡолова Гөлсинә Зиннәт ҡыҙына, Сергеева Гөлшат Рәмил ҡыҙына, "Аманат" вокаль-инструменталь фольклор ансамбле етәксеһенә Вәлиева Ләйсән Вәрис ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерә.
Байрамды ойоштороуға үҙ өлөшөн индергән ярҙамсыларға айырым рәхмәт:
Фәйрүзәгә Ситдиҡова; Айгөлгә Шәрипова; Рәйләгә Байшәғүрова; Рәйхангә Дәүләтбирҙина; Зөлфиәгә Исанова; Мәзитова Ғәлиәгә Хоҙайҙың ихлас рәхмәте яуһын.
Әүҙем, талантлы һәм ярҙамсыл уҡыусылар өсөн уҡытыусы Садыҡова Гөлсөм Сәғит ҡыҙына ҙур рәхмәт!