Үрге Юлдаш ауыл ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә маскировка селтәре үреү, окоп шәмдәре әҙерләү, гуманитар ярҙам күрһәтеүгә тос өлөш индерә. Уҡытыусылар коллективы, ауылдаштар менән берлектә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандар менән илһөйәрлек, тәрбиәүи сара, осрашыу ойошторабыҙ.
Изгелек акцияларында ҡатнашып ҡына ҡалмай, мәҙәниәт йортонда төрлө саралар уртаһында ҡайнайбыҙ. 8 Март байрамы айҡанлы үткән ”Яҡынымдың шәлъяулығы” исемле йыр-моң кисәһе ошоға дәлил.
Гөлдәр Дауытова шәл, яулыҡтарҙың ҡулланылыу тарихы, барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ниндәй генә яулығы юҡ икән! Уҙған быуат уртаһынан башлап хәтирә һаҡлаған, ҡомартҡы булып тапшырылғандарынан алып бөгөнгөләренән әҙерләнгән күргәҙмәнән күҙ ҡамашты. Гөлдәр Даутова, Гөлсирә Ишһарина әсәләренең ҡомартҡы шәлен, Альбина Ҡарабаева, Әлфиә Баязитова ҡәйнәләренең ошо көнгә тиклем һаҡлаған шәлъяулыҡтарын килтерҙе, Тамара Шошина мәҙәниәт йортона әсәһенең күп кенә яулыҡтарын бүләк итте.
Шулай уҡ фойела ҡул эштәре оҫталары Раушан Ишһарина , Зилә Хәйерова , Нурия Ишһарина, Гүзәлиә Ишһаринаның заманса бәйләнгән шәлдәренән күргәҙмә ойошторолдо. Сәй табынын уңған хужабикәләр Фирүзә Сатлыҡова, Мәйсәрә Хәйерова, Рәмзилә Шәрипова , Гөлдәр Дауытова әҙерләгән ризыҡ биҙәне.
Байрамға уйын-көлкө йәм өҫтәне. Сараны алып барыусы Гөлдәр Йәмил ҡыҙы әсәй-өләсәйҙәрҙәр уйындарын иҫкә төшөрөп "Йәшерәм, йәшерәм яулығым", "Яулыҡ менән ултырығыс тирәләй бейеү", "Яулыҡ бәйләп бүләк ҡырҡыу" уйындарын ойошторҙо. Яулыҡ ябыныу төрҙәре тураһында конкурс ойошторолдо. Унда ла гүзәл заттар бер-береһенән уҙҙырып яулыҡ ябындырыу оҫталығы менән уртаҡлашты.
Мәҙәниәт йортондағы сара йыр-моңһоҙ үтмәй! Байрам ” Хазина” вокаль ансамбленең башҡарыуында “Шәл бәйләнем” йырына бейеү менән дауам итте. Сағыу концерт номерҙары йыйылыусыларға байрам бүләге булды. Ҡатын-ҡыҙҙы ел-ямғырҙан, күҙ тейеүҙән һәм башҡа көстәрҙән һаҡлаған, яҡлаған яулыҡҡа арналған байрам сағыу сара булып иҫтә ҡалды.“Йәшел яулыҡ”, “Яулыҡтарың әллә һинең сигелгән" йыры, шаян таҡмаҡтар, дәртле бейеү биҙәне сараны.