

Унда 1-се торлаҡ-коммуналь участкаһы, торлаҡ компанияһының идара итеүсе компанияһы, “Ритуал” муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡеүәтле техника ярҙамында зыярат биләмәһен баҫып алған ағас-ҡыуаҡтарҙан, сүп-сарҙан таҙартты. “Мәрхүм булғандарҙың мәңгелек йортона венок, яһалма сәскә һәм башҡа төрлө артрибутика ҡуйыу һуңғы арала модаға инде. Төҫө уңып бөткәс, яҡындары уларҙы алып ҡуйыу тураһында онота. Шулай уҡ сирень, сейә кеүек үрсеп тарала торған ағас-ҡыуаҡ ултыртмағыҙ. Ҙур булып үҫкән ағас олонон киҫкәндә ҡәберлек кәртәләренә зыян килеүе мөмкин. Шырлыҡҡа әйләнгән зыяратты таҙартыу ҡала бюджетынан бик сығым талап иткәнен дә онотмайыҡ”, - ти “Ритуал” муниципаль бюджет учреждениеһы Руслан Вәлиев.