*Утыҙға тиклем үлем артыңдан йөрөй, утыҙҙан һуң - алдыңда
*Утыҙҙа ир - ил күрке
*Утыҙҙа ир ут баҫыр
*Утыҙында уҡ атмаған ҡырығында ҡылыс сапмаҫ
*Ир йәше - ике утыҙ, ҡатын йәше - бер утыҙ (ҡатындар тиҙ ҡартая мәғәнәһендә)
*Ҡырҡҡа тиклем донъяны ҡырырмын, ҡырҡтан һуң бары менән торормон
*Ҡырҡта ат менмәгән иллелә айғыр менмәҫ
*Йәшем етте ҡырыҡҡа, эшем китте шырыҡҡа
*Иллегә еткәс, ирҙәр ҙә ипкә килә
Ир йәше ике илле - береһе шәкәр, береһе бикәр
*Алтыла бер дәңгелдәк, алтмышта бер дәңгелдәк (йәғни, һаҡау һөйләшәләр)))
*Алтмыш - ҡайтмыш
*Алтымыштыҡы бөтә, алтыныҡы бөтмәй
*Етмеш килде - егәрлек китте
*Етмештә ҡартлыҡ етте - аҡыл китте.
*Һикһәндә һикерә алмаҫһың
*Туҡһан билең бөкөрәйтер, ике күҙең секерәйтер
Ә бына йөҙ тураһында осраманы. Бик һирәктәр был йәшкә етәле ул.