Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
27 Мая , 08:10

Бына шундай байрам үтте!

Ҡотоштар берҙәмлек менән алдыра

Бына шундай байрам үтте!Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!

Бөгөн Ҡотош ауыл мәсетендә имам-хатиб Тәлғәт хәҙрәт Хужәхмәтов байрам намаҙы үткәрҙе һәм яҡташтарын  байрам менән ҡотланы. Бында ҡаланан айырмалы, байрам ябай һәм туғандарҙы туплаған сара булыуы менән айырылды. Иман йортона халыҡ изге байрамға иртүк йыйылды, ҡотоштар был йәһәттән берҙәм һәм дәррәү. Тәлғәт хәҙрәт Изге Ҡөрьәндең «Фатиха» һәм «Ясин» сүрәләрен уҡығандан һуң, беҙ Мәләүездәге  мәсеткә килдек.

Имам мөхтәсиб Зәбир хәҙрәт Яҡшыев байрам вәғәзен уҡыны. Сарала район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин да ҡатнашты. Ул ҡала һәм район мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы. Халыҡ бер береһе менән аралашты, донъя хәлдәре тураһында фекер алышты.

Ошондай уҡ байрам саралары райондың бөтә иман йорттарында ла үтте. Халыҡ Ҡорбан ашын ауыҙ итте, уның бер өлөшө мохтаждарға таратылды.

Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Бына шундай байрам үтте!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас