

Иғтибар итегеҙ! Июндә иртән йылға буйлап томан ағылһа, көн ҡояшлы буласаҡ.
Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор сыҡһа, оҙаҡ йылы көндәр көт.
Йәшенле төн - мул уңышҡа.
Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән - ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ. Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.
Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.
Июндә төндәр йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.