Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
2 Июня , 07:00

Ҡыҙҙар, һеҙгә кәңәшем! Ҡолаҡ һалығыҙ!

Апайым мәктәпте тамамлағас, шул яҡта йәшәгән таныш апайға эйәреп Ташкент тарафына сығып киткән. Был яҡтың әллә йомшаҡ һауаһы, әллә йыл дауамында емеш-еләктән өҙөлмәүҙәре, бәлки, артыҡ кейем кәрәкмәүе йәлеп иткәнме, ата-әсәһе ҡаршы төшһә лә, ҡыҙ бурысҡа  аҡса алып, бер сумаҙан кейем менән шул яҡҡа юлланған.

Беҙ бөгөн донъяны мутлашыусылар менән тулған тибеҙ. Элек тә булған улар. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙы ауылдашы ире менән ҡаршы алған. Күҙ күреме етмәҫ тигеҙлек, мейе ҡайнатырлыҡ эҫе, һары булып көйгән үләндән башҡа бер нимә салынмаған сүллек буйлап  ярты көнгә яҡын атлағас, бер-береһенә текәлеп балсыҡтан яһалған йорттарҙың береһенә алып ингәндәр уны. Апайымдың юл буйы бер һүҙ өндәшмәүе, еҙнә тейешле кеше менән тик ым аша ғына аралашыуҙары шик тыуҙырһа ла, иғтибар итмәҫкә тырышһа ла, эске һиҙемләү менән бында ниндәйҙермутлыҡ ятыуын аңлаған ҡыҙ.

Ҡыҫҡаһы, был йортта ошо ауылдың  хужаһы йәшәй икән, улар ҡыҙҙы ошо иргә һатырға һөйләшкән. Әллә нисә тәүлек йыуынмай, ашамай юлда йонсоп килгән ҡыҙ нимә булғанын да аңламай ҡалған, тегеләр йорттоң иң төпкө бүлмәһенә индереп баҙ һымаҡ ҡаҙылған соҡорға ташлаған.

  • Дөмбәҫләргә ишек, ҡысҡырырға тәҙрә, аҡылдан яҙырҙай булып илауымды ишетер кеше юҡлығын аңланым. Шул ваҡытта ата-әсәйемде тыңламай, башбаштаҡлығым өсөн үҙемде ҡарғаным. Бер нисә көндән өҫтән бер аҙ һыу, ризыҡ бәрҙеләр. Кискә табан ике ҡатын һөйрәп сығарып бер бүлмәлә йыуындырҙылар һәм үҙ телдәрендә минең ҡоллоҡҡа һатылыуым тураһында аңлаттылар. Тағы ике көндән атайымдан да оло йәштәге ир менән ҡауыштырҙылар. Тыуған яғымда ҡорған хыялдарым юҡҡа сыҡты. Шулай илай-илай һөмһөҙ ир ҡатыны булып йәшәп алып киттем. Йөҙө шаҙра менән ҡапланған иргә  күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡып шулай көн күрәм. Иртүк уянып ишек алдын һепереү, ашарға әҙерләү, утарҙағы әллә нисә баланы ҡарау, ҡыҙҙарының сәсен тарап үреү һәм тағы әллә күпме һанап бөтмәҫлек эш ятты елкәмә. Кис етһә, ир менән түшәккә ятаһым килмәй, илайым. Сәсемдән һөйрәп, ишек алдында типкеләп туҡмау йышайҙы. Алғы тештәрем ҡойолдо, битемдә тәрән шырамдар һаны артты, ярты йылда  әбейгә әйләндем. Ауырға ҡалғас та туҡталманы йәберһетеүҙәре. Сабыйыма ике ай тулғас, ҡасып ҡайтырға булдым. Урман ауһын урында ҡайҙа йәшернеһең – таптылар. Хат яҙыр мөмкинлек табып, әсәйемдәргә килеп алыуҙарын һорап сәләм ебәрҙем. Килделәр, мине танымай торҙолар хатта, әммә айырып алып ҡайта алманылар. Ун йыл үткәс кенә 5 бала эйәртеп тыуған яғыма ҡайтыу бәхете тейҙе. Ҡулымда минең дә, балаларҙың документы юҡ. Башҡаса бармайым тигән маҡсат менән ҡайтҡайыным, ысынлап та үҙебеҙҙә эш таптым, балаларым да  телгә өйрәнде, мәктәптә уҡыны. Атайҙары кире алып ҡатырға тип ике тапҡыр килде, төрлөсә янаһа ла, ныҡ торҙом, барманым. Бөгөн миңә 75 йәш. Ауылда йортобоҙ бар, балаларым ейән-ейәнсәрҙәрем ҡайтып йөрөй. Ситтә ун йыл дауамында тамуҡта йәшәгән йылдарым бөгөн дә төшөмә инә.

Йәш ҡыҙҙырға әйтер һүҙем шул – яңылыш аҙым яһауҙан һаҡланығыҙ. Атай-әсәй кәңәшен тыңлағыҙ”.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Ҡыҙҙар, һеҙгә кәңәшем! Ҡолаҡ һалығыҙ!
Ҡыҙҙар, һеҙгә кәңәшем! Ҡолаҡ һалығыҙ!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас