Ауылда эш бөтәме – ҡар өйөмдәре ирей башлау менән һарай алдындағы туң бесәнде таратып маташыуым. Шул саҡ бүрәнәләге тутыҡҡан ҡаҙаҡта ыҡсым ғына төрөлгән ҡара төйөнсөк күҙемә салынды. Ҡатын-ҡыҙ затының ҡыҙыҡһыныуы еңдеме, әллә быға тиклем был урында бындай сәйер нәмә салынғаны булманымы – тартып алдым да, бер аҙ ҡапшап торғас, ебен тағата башланым. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, ҡулъяулыҡ ҙурлыҡ туҡыманан әллә ниндәй йөн, тырнаҡ, мал теше, тутыҡҡан тимерсыбыҡ киҫәктәре ҡойолдо. Шунда уҡ ҡапыл арҡа үҙәгем өшөп, тәнем әллә ниндәй тимгел-тимгел таптар менән ҡапланды. Нимә булғанын аңламай, һәнәгемде ташлап, йорт яғына ыңғайланым. Башымдың ҡыҫып ауыртыуына түҙә алмай, хәлемдең насарайыуын тойоп, йығылып китмәҫ өсөн, ҡар өйөмөнә сүгәләнем.
Хат таратыусы мине күпмелер ваҡыттан һуң ихатала шулай осратҡан һәм фельдшер саҡырған. Таныуымды ярған нишатыр еҫенә күҙемде асҡанда, яныма байтаҡ кеше йыйылғайны.
Бер-ике сәғәттән температура күтәрелеп, түшәктән күтәрелә алмай инем. Укол, дарыу үләндәре лә ярҙам итмәй, тәнемдең һәр күҙәнәге үҙәккә үтерҙәйитеп энә менән сәнскәндәй һыҙлай. Кискә табан хәлем тағы ла насарланды, ысынбарлыҡ һатышыу менән буталды. Таңды район үҙәгендәге дауаханала ҡаршыланым. Анализмдарым организмда билдәһеҙ процесс барыуын күрһәтте. Аҙнаға яҡын тәғам ризыҡ ҡапҡаным юҡ, хәлем насарая бара. Оло йәштәге врач апай минең ауырыуыма ниндәй диагноз ҡуйырға белмәгәс, карауатым янына ултырып, ауырыу тарихы тураһында ҡыҙыҡһынды. Мин инде ҡара төйөнсөк табыуым, шуны асҡандан һуң был сәйер сир башланғанын һөйләгәс, ул муллаға барырға тәҡдим итте. Аптыраған өйрәк арты менән сума, тигәндәй, такси яллап киттем мәсеткә. Тупһа аша атлау менән күҙемдән йәш аға, быуындар һыҙлауы көсәйҙе. Тағы йығылыуҙан ҡурҡып, һаҡ ҡына ултырғысҡа сүкәйеп, хәлде аңлатып бирҙем. Оҙаҡ өшкөрҙө, доғалар уҡыны хәҙрәт, боҙомдо ктре ҡайтарасағы тураһында әйтте. Минең күҙ алдымда теге ҡулъяулыҡтан ҡойолған әшәкелектең бөжәк формаһына инеп, ҡан тамырҙарым буйлап ағылғанын тойҙом. Бер нисә тапҡыр килдем мәсеткә, яйлап хәлем яҡшырҙы, ашай башланым. Тик төндәрен сәйер төйөнсөктән ҡойолған зәхмәттең әшәкелеге һаман да тынғы бирмәй йөҙәтте. Ваҡ ҡына бөжәктәр стена, иҙән йөйҙәренән сығып, миңә табан шыуыша һымаҡ тойола ине. Кис һайын өшкөртөлгән тоҙ менән сайыныуҙан һуң ғына тыныслыҡ килде. Ике аҙнанан йүнәлеп ауылға ҡайтҡанда электән мине яратмаған килендәшемдең ҡапылғына гүр эйәһе булыуын әйттеләр.
Бына шулай, ҡайһы ваҡыт беҙ ышанырға теләмәгән хәлдәр ысын була. Сәйер донъя тимә инде шунан.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.