

Шул ваҡыт пәйғәмбәр артына әйләнә лә:
- Бына шулай... Килгән һәр ҡунаҡ артынан бөтә насар нәмә китә. Шуға күрә йортоғоҙға ингән һәр кешене яҡшы итеп ҡаршы алырға, хөрмәт күрһәтергә кәрәк. Аллаһы тәғәлә ҡунаҡсыл йортто һәм уларҙың хужаларын ярата, - тигән.
Олоһона ла, кесеһенә лә асыҡ йортҡа һәр ваҡыт именлек, бәрәкәт һәм байлыҡ килә.