

Мунса тураһында яҙылған постты уҡып сыҡтым да, үҙем менән булған бер ваҡиға иҫкә төштө. Башымдан үткән хәл был.
Ҡояш байығас мунсаға керергә, йыуынырға ярамай, тиҙәр. Был ваҡиға булғанға инде 48 йыллап ваҡыт үтеп киткән.
Бер ваҡыт Иремәл тауынан походтан арыған-талған килеш ҡайттыҡ. Инәйем: «Бар, мунса кереп сыҡ, ял итеп алырһың», — тип мине мунсаға төшөрөп ебәрҙе.
Мунса соланына керҙем. Ҡояш байып бара ине, уның һуңғы нурҙары тәҙрәнән төшөп тора. Халатымды сисергә әҙерләнеп торғанда, кинәт кенә халатымдың итәгенә күп итеп бәләкәй генә, кеше балаларына оҡшаған, ҡып-ҡыҙыл тәнле, яланғас балалар йәбешеп алды. Улар итәгемдән ныҡ итеп тарта башланы.
Мин үҙемде күҙем бәйләнгән кеүек тойҙом, ҡурҡыу ҙа юҡ ине. «Туҡтағыҙ әле!» — тип ҡысҡырҙым да мунса эсенә инеп киттем. Бер ни ҙә булмағандай һыу ҡойоноп, йыуынып, таҙарынып сыҡтым.
Ләкин үҙемдә ниндәйҙер йоҡола йөрөгән һымаҡ хәл бар ине. Өйгә ҡайтып инеү менән, кинәт айнып киткәндәй булдым. Сәй эстем, тамаҡ туйҙырҙым.
Шунан һуң ғына күргәндәремде иҫләп, ҡурҡыу биләп алды: «Мин бит ысынлап та кеше балаларына оҡшаған, ҡып-ҡыҙыл тәнле бәләкәй кешеләрҙе күрҙем. Улар бит итәгемдән тартып алдылар, уратып алдылар», — тип уйландым.
Уға тиклем бөтәһе лә төш күргәндәй, йоҡола йөрөгәндәй тойолдо. Беҙ бит ул ваҡытта 8-се класты ғына бөтөргән балалар инек, Иремәлдән походтан бик ныҡ арыған килеш ҡайттыҡ.
Был хәлде инәйемә лә, атайыма ла, өйҙәгеләргә лә һөйләнем.
Ошо ваҡиғанан һуң ғүмер буйы мунсаға ҡояш байығансы ғына керергә тырышам — ҡышын да, йәйен дә.
https://vk.com/wall-184557435_165101