

Күптән түгел минең менән дә бер сәйер хәл булды, уны әлегәсә аңлата алмайым. Фильм ҡарап бөткәс, төн уртаһында ирем менән йоҡларға яттыҡ. Балабыҙ һәр саҡ яныбыҙҙа, үҙ карауатында йоҡлай. Беҙ ятҡанда ҡыҙыбыҙ күптән йоҡоға талғайны. Ғәҙәттә, ирем беренсе булып йоҡлап китә, унан һуң ғына — мин. Был юлы ла шулай булды: ул йоҡланы, ә мин уңайлы урын таба алмай әйләнеп-тулғанып ята бирҙем. Йоҡлап ҡына барғанда, ҡапыл карауатҡа ике тапҡыр һуҡҡан тауыш ишетелде. Ҡыҙым уянғандыр тип, башымды күтәреп уға ҡараным. Юҡ, ул ҡыбырламай ҙа, йоҡлай. Иремә ҡараным — ул да йоҡлап ята. Тирә-яғыма күҙ һалдым — бер ни ҙә юҡ. Нишләптер шомло булып китте. Яңынан яттым.
Бер нисә минуттан тағы ла шул уҡ тауыш ҡабатланды — карауаттың аяҡ осона аныҡ ҡына итеп ике тапҡыр һуҡтылар. Мин хатта матрас аша ниндәйҙер төрткөләүҙәрҙе лә һиҙҙем. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡотом осто, минең менән бер ҡасан да бындай хәл булғаны юҡ ине һәм быны әле лә аңлата алмайым. Иремдә уятып, карауат аҫтын ҡарарға мәжбүр иттем, ул юҡ хәбәр һөйләйһең тип ышанманы һәм йоҡоһон дауам итте. Мин үҙем дә тәүәккәлләп ҡарарға батырсылыҡ итмәнем. Төрлө тауыштарға ҡолаҡ һалып яттым, әммә башҡа бер ни ҙә ҡабатланманы. Был хәл әллә ни ҡурҡыныс та кеүек түгел, әммә сәйер. Һуҡҡанда матрастың һелкенеүе мине ныҡ ҡурҡытты һәм аптыратты. Өйҙә быға тиклем бер ниндәй ҙә сәйер хәл булғаны юҡ ине.
Сәйер хәлдәр төркөмө